Башҡортостан
-10 °С
Болотло
VKOKРУС
Бөтә яңылыҡтар

Фитомунса ингең килһә...

Фитомунса – Себер оҫталарының ҡыҙыҡлы асышы. Унда дарыу үләндәре быуы файҙаланыла. 

Фитомунса ингең килһә...
Фитомунса ингең килһә...

“Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” милли проекты сиктәрендә Дүртөйлө районы хакимиәтендә сираттағы “Эшҡыуарлыҡ сәғәте” үткәрелде. Яңы эш башлаған эшҡыуарҙан ҡатнашыуға заявка килгән, уның планында ҡалала фитомунса асыу. Проект һауыҡтырыу хеҙмәттәре комплексын күрһәтеүгә йүнәлтелгән.

Фитомунса – бик тиҙ популярлыҡ яулаған Себер оҫталарының ҡыҙыҡлы асышы. Унда дарыу үләндәре быуы файҙаланыла. Бындай пар күҙәнәктәрҙе бик яҡшы аса, һыу-тоҙ алмашыныуын яҡшырта, шлактарҙы организмдан сығарыуға һәм тире, тын алыу системаһы торошона яҡшы йоғонто яһай.

“Беҙ баҙарҙы өйрәндек, ҡалабыҙҙа һауыҡтырыу хеҙмәттәре -фито-мунса, массаж менән комплекстар юҡ. Тәьмин итеүселәр менән эрбет мискәләр һатып алыу тураһында килештек. Хәҙер беҙҙең төп бурысыбыҙ – тейешле бина табыу”, – тигән яңы эш башлаған эшҡыуар.

Осрашыуҙа ҡатнашыусыларҙы “Дүртөйлө районында бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарын үҫтереү һәм уларға ярҙам итеү” муниципаль программаһында ҡаралған ярҙам саралары һәм милек ярҙамы ҡыҙыҡһындырҙы.

Район хакимиәте башлығы структура подразделениеларына тәҡдим ителгән проектты тормошҡа ашырыуҙа ярҙам күрһәтеү буйынса тейешле күрһәтмәләр бирҙе.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” милли проекты (национальный проект “Малое и среднее предпринимательство и поддержка индивидуальной предпринимательской инициативы”) ил Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды.

#ВладимирПутин #национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Фото: "Бәйләнештә". 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас в