Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
12 Май 2022, 14:15

Подъездары балҡып торасаҡ

Дәүләкәндә, мәҫәлән, быйыл һигеҙ күп фатирлы йортта 20 подъезд ремонтланасаҡ.

Подъездары балҡып торасаҡ
Подъездары балҡып торасаҡ

Кешеләргә йәшәү өсөн уңайлы шарттар булдырыу маҡсатында республикала “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проекты сиктәрендә күп фатирлы йорттарҙа подъездарҙы комплекслы ремонтлау программаһы тормошҡа ашырыла. Дәүләкәндә, мәҫәлән, быйыл һигеҙ күп фатирлы йортта 20 подъезд ремонтланасаҡ. Эштәр исемлегенә штукатур-буяу эштәре, иҙәнгә плитә түшәү, ағас тәҙрә блоктарын, почта йәшниктәрен алмаштырыу, баҫҡыстарҙы, ингән урындарҙы ремонтлау инә. Шулай уҡ электр монтаж эштәре лә башҡарыласаҡ (яҡтыртҡыстар, һүндергестәр ҡуйыу, сымдарҙы ҡаптарға индереп йәшереү).

Ҡайһы бер йорттарҙа төҙөүсе ойошмалар эштәрҙе башлаған да. Мәҫәлән, Тыныслыҡ урамы, 19/2-се йорттоң беренсе һәм өсөнсө подъездарында штукатуркалау бара. Ленин урамындағы 38-се йорттоң беренсе подъезды буяу өсөн әҙерләнгән, икенсеһендә штукатур эштәре бара, аҙаҡ яңы ишектәр ҡуйыласаҡ. Завод урамындағы 12-се йортта штукатур эштәренә әҙерлек башланған.

Дәүләкән ҡалаһы хакимиәтендә белдереүҙәренсә, ремонт бюджет аҡсаһына башҡарыла: 90 проценты – республика бюджеты һәм 10 проценты – муниципалитеттыҡы. Республика программаһы сиктәрендә башҡарылған был эштәрҙе махсус комиссия ҡабул итеп аласаҡ һәм унда халыҡ та мотлаҡ ҡатнаша. Бөтә иҫкәрмәләр ҙә юҡҡа сығарылмай тороп, ҡабул итеү актына ҡул ҡуймаясаҡтар. Түләү иһә эштәрҙе тулыһынса ҡабул иткәс һәм документтарға ҡул ҡуйғас ҡына башҡарыласаҡ. Гарантия - биш йыл, тик вандализм осраҡтарына ҡағылмай.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проекты (национальный проект “Жилье и городская среда”) ил Президенты Владимир Путиндың май указдары менән булдырылды.

 

 #ВладимирПутин #национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Фото: оjh.ordj.ru

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: