Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
20 Май 2022, 13:30

Был эште халыҡ күптән көткәйне

Сахайҙар эсәр һыу менән өҙлөкһөҙ тәьмин ителәсәк.

Был эште халыҡ күптән көткәйне
Был эште халыҡ күптән көткәйне

Ҡырмыҫҡалы районы хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Сахай ауыл биләмәһе “Һыу бүлеү башняһы” республика программаһында, шулай уҡ Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектында (национальный проект “Жилье и городская среда”) ҡатнашты.

Ошо программа һәм проект нигеҙендә алынған ике миллион һумдан ашыу аҡса бер километрҙан ашыу иҫке металл торбаларҙы заманса полипропилен торбаға алмаштырыу мөмкинлеген бирәсәк. Һыу торбаларын ремонтлау эше әле Мәктәп, Пионер, Яҡтыкүл урамдарында бара. Тиҙҙән үҙәк һыу тәьминәте системаһына тоташҡан, шулай уҡ йәмәғәт ҡоҙоҡтарынан һыу алған кешеләр эсәр һыу менән өҙлөкһөҙ тәьмин ителәсәк.

Ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Ришат Хөснөтдинов әйтеүенсә, ауыл халҡы был эште күптән көткәйне. Төҙөкләндерелгән һыу селтәрҙәре хеҙмәтләндереүсе ойошмаға тапшырыла. Ул артабан һыу селтәрен тәртиптә тотоу өсөн яуаплы буласаҡ. Торбаларҙы баш ҡаланың “Инженерлыҡ селтәрҙәре” йәмғиәте алмаштыра. Ай аҙағына эш тамамланырға тейеш.

#ВладимирПутин #национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Фото: srk.nationalpriority.ru/press_releases/259610

Сығанаҡ: https://srk.nationalpriority.ru/press_releases/259610

Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас: