Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
20 Май 2022, 12:30

Сибай таш плитәһе ГОСТ талабына яуап бирә

Компанияға субсидия алыу буйынса консультация ярҙамы күрһәтелгән.

Сибай таш плитәһе ГОСТ талабына яуап бирә
Сибай таш плитәһе ГОСТ талабына яуап бирә

Әле таш плитәһе баҙары биләмәләрҙе төҙөкләндереү өсөн материалдар сегментында йылдам үҫкән тармаҡты тәшкил итә. Йәйәүлеләр йөрөгән юлдағы иҫке асфальт-бетонды матур һәм ныҡлы таш япмаға алмаштырыу ҙа быға булышлыҡ итә.

Сибай ҡалаһы хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, ҡалалағы “Фоур Строунес” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте предприятиеһы, тротуар плитәһе етештереү ҡорамалдары һатып алып, “Юғары сифатлы таш әйберҙәр сығарыу” проектын тормошҡа ашыра башланы. Компания ныҡлы, тиҙ туҙмай торған экологик яҡтан таҙа бетон әйберҙәр етештерә. Директор Азамат Аллабирҙин әйтеүенсә, тәғәйен рецептура буйынса етештерелгән тротуар плитәһе ГОСТ талаптарына яуап бирә.

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” милли проектына (национальный проект “Малое и среднее предпринимательство и поддержка индивидуальной предпринимательской инициативы”) ярашлы, “Фоур Стоунес” йәмғиәтенә ҡорамалдар һатып алыуға сығымдың бер өлөшөн ҡаплауға Сибай ҡалаһы хакимиәтенән субсидия алыу буйынса консультация ярҙамы күрһәтелгән.

#ВладимирПутин #национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Фото: sibay.bashkortostan.ru/presscenter/news/455647/

Сығанаҡ: https://srk.nationalpriority.ru/press_releases/260932

Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас: