Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
24 Май 2022, 08:00

Бабайҙарҙы һөйөндөрҙөләр...

Бына исмаһам шатлыҡ!

Бабайҙарҙы һөйөндөрҙөләр...
Бабайҙарҙы һөйөндөрҙөләр...

  Ҡалтасы районының Бабай ауылында  “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына ярашлы төҙөлгән фельдшер-акушерлыҡ пункты ишектәрен асты. Бабайҙарҙы һәм күрше ауылдар халҡын  шатлыҡтары менән ҡотларға район хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарыусы Алексей Горев та килде.

 Етәксе объектты һалыуҙа һәм биләмәне төҙөкләндереүҙә ҡатнашҡан һәр кемгә рәхмәт белдерҙе, һаулыҡтарын хәстәрләүҙәрен, йышыраҡ тикшереү үтеүҙәрен теләне.

“Ауыл өсөн фельдшер-акушерлыҡ пункты төҙөлөүе көтөп алынған ҙур шатлыҡ икәнен беләм. Ул һеҙҙең ауылға яңы һулыш өҫтәһен, ә фельдшерға күберәк кешегә ярҙам итергә мөмкинлек бирһен. Республика һәм район етәкселеге ауылдарҙа тормошто йәнләндереү өсөн ҡулынан килгәндең барыһын эшләйәсәк”, – тип белдерҙе Алексей Иванович.

Фельдшер Елизавета Бикбатурованың хеҙмәт стажы 35 йылдан ашыу, әле 287 кешене хеҙмәтләндерә. 2016 йылдан алып районда ун фельдшер-акушерлыҡ пункты ҡалҡып сыҡты.

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май “ указдарына ярашлы, 2024 йылға ил үҫешенең төп маҡсаттарына өлгәшергә кәрәк. Шуларҙың араһында халыҡ һанын арттырыу, граждандарҙың тормош сифатын яҡшыртыу, иҡтисадҡа һәм социаль өлкәгә  һанлы технологияларҙы индереү мөһим бурыстарҙың береһе булып тора.

”Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының төп маҡсаты – хеҙмәткә һәләтле йәштәге халыҡтың үлем күрһәткестәрен,  ҡан әйләнеше сирҙәренән, ямаш шештәрҙән үлем осраҡтарын  кәметеү, инновацион медицина технологияларын индереү, шул иҫәптән пациенттар сәләмәтлеген  иртә диагностикалау һәм дистанциянан тороп мониторинг үткәреү алымдарын ҡулланыу.

Һаулыҡ һаҡлауҙың тәүге звеноһын яңыртыу программаһының маҡсаты – сифатлы һәм һәр кем файҙаланырлыҡ медицина ярҙамы күрһәтеү, шул иҫәптән төпкөлдә, бәләкәй тораҡтарҙа йәшәгән  халыҡ өсөн.

 ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

 

 

Фото:Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.

 

 

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас: