Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
27 Май 2022, 10:35

Асҡында ветеринария клиникаһы асалар

Уның менән бер майҙансыҡта ветеринария дарыуханаһы ла була.

Асҡында ветеринария клиникаһы асалар
Асҡында ветеринария клиникаһы асалар

Асҡын районы хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, ошо көндәрҙә район хакимиәтендә Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” милли проектына (национальный проект “Малый и средний бизнес и поддержка индивидуальной предпринимательской инициативы”) ярашлы, “Эшҡыуарлыҡ сәғәте” тәртибендә аҙналыҡ кәңәшмә булды. Унда ветеринария клиникаһы һәм ветеринария дарыуханаһы асыу буйынса ике проект ҡаралды.

Эш башларға ниәтләгән йүнселдәр киләсәккә пландары менән уртаҡлашты. Проекттарҙы бер майҙансыҡта тормошҡа ашырыу күҙаллана.

“Ветеринария тармағында икебеҙҙең дә тәжрибә бар. Сирек быуаттан ашыу ветеринария станцияһында эшләнек, – ти йүнселдәрҙең береһе. – Тормошто үҙгәртергә ваҡыт етте. Үҙ эшебеҙҙе асырға ҡарар иттек”.

Улар клиника ҡарамағында хирургия кабинетын да асмаҡсы. Унда йорт йәнлектәрен стерилләү ғәмәлдәре башҡарыласаҡ. Шулай уҡ хайуандарҙың ҡырҡылсан менән сирләү-сирләмәүен асыҡлау өсөн Вуд лампаһын һатып алыу планлаштырыла. Артабан йүнселдәр әкренләп эшен киңәйтмәксе.

Кәңәшмәлә эшҡыуарҙарға клиника өсөн бина тәҡдим ителде. Уларға шулай уҡ социаль килешеү нигеҙендәге адреслы социаль ярҙам программаһында ҡатнашырға кәңәш бирҙеләр. Был программа буйынса үҙ эшеңде асыу өсөн 250 мең һум аҡса алырға була. Район хакимиәтенең структур подразделениеларына бизнес-идеяны тормошҡа ашырыуға, документтар әҙерләүҙә булышлыҡ итергә ҡушылды.

#ВладимирПутин
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Фото: askino.bashkortostan.ru/presscenter

Сығанаҡ: https://srk.nationalpriority.ru/press_releases/264288

Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас: