Бөрйән үҙәк район дауаханаһына яңы заманса һанлы “Маммо-РПц” медицина ҡорамалы килтерелде.. 12 миллион 850 мең һум торған ҡорамал “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына ярашлы алынды.
Маммография – һөт биҙҙәрен тикшереүсе рентген ысулы. Ул шештәрҙен төрҙәрен асыҡлап, пациенттарға дауалауҙы иртә осорҙа башларға мөмкинлек бирә. Уның пациенттарға нур тәьҫире лә аҙ. Ә һүрәттәре юғары сифатлы. Табиптарҙың әйтеүенсә, дауахананы бындай заманса ҡорамал менән йыһазландырыу бөрйәндәргә квалификациялы медицина ярҙамы күрһәтеү мөмкинлеген арттырасаҡ.
–Элек беҙҙә маммограф булманы, башҡа медицина ойошмаларына күсмә маммограф ебәреүҙе һорап мөрәжәғәт итергә тура килде. Шуға күрә дауаханаға һанлы маммограф алыныуы бөтә район халҡы өсөн әһәмиәтле ваҡиға. Пациенттарҙың ғүмерҙәрен һаҡлап ҡалыу, ваҡытында ярҙам итеү өсөн бик мөһим. Бөрйән үҙәк район дауаханаһы коллективы Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировҡа, Һаулыҡ һаҡлау министрлығына беҙҙең райондың медицина өлкәһен үҫтереүгә индергән өлөшө өсөн ҙур рәхмәт белдерә, – тине Бөрйән дауаханаһының баш табибы Илмир Фәтҡуллин.
Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май” указдарына ярашлы, һаулыҡ һаҡлау тармағы алдында торған ошо бурыстарҙы тормошҡа ашырырға кәрәк: хеҙмәткә һәләтле йәштәге халыҡтың үлем күрһәткестәрен кәметеү, шулай уҡ яман шештәрҙән үлем күрһәткестәрен ( 100 мең кешегә 185 сир осрағына тиклем) аҙайтыу, сабыйҙар үлемен ҡыҫҡартыу (бер мең яңы тыуған сабыйға 4,5 промиллегә тиклем) һәм һәр кемдең тәүге медицина ярҙамынан файҙаланыу мөмкинлектәрен арттырыу.
Инновациялы медицина технологияларын, шул иҫәптән, пациенттың сәләмәтлегенә иртә диагностика һәм дистанцион мониторинг системаһын индереү, тармаҡта берҙәм дәүләт мәғлүмәт системаһы нигеҙендә медицина ойошмаларының үҙ-ара берҙәм эшмәкәрлеге механизмдарын булдырыу – көн ҡаҙағындағы бурыстарҙың береһе.
ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.