Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
6 Июнь 2022, 11:30

Һүрәттәрҙә – хеҙмәт кешеләре

Картиналар рәссамдар тарафынан Салауаттағы предприятиеларҙа төшөрөлгән.

Һүрәттәрҙә – хеҙмәт кешеләре
Һүрәттәрҙә – хеҙмәт кешеләре

Салауат ҡалаһы хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Мәҙәниәт” милли проектының (национальный проект “Культура”) “Мәҙәни мөхит” милли проекты буйынса граждандарға мәҙәни ҡиммәттәр менән киң танышыу, уларҙан файҙаланыу мөмкинлеге бирелә.

Салауат картиналар галереяһы ҡаланың 75 йыллығына һәм Башҡортостан Республикаһында Һөнәри белемде модернизациялау, лайыҡлы эш шарттары һәм хеҙмәт династиялары йылына арналған “Үҙебеҙҙә эшләү бәхет” күргәҙмәһен килеп күрергә саҡыра. Унда һынлы сәнғәттең төрлө жанрҙары - сюжетлы композициялар, портреттар, пейзаждар тәҡдим ителә. Картиналар рәссамдар тарафынан туранан-тура, Салауаттағы предприятиеларҙа - “Салауатбыяла”, “Газпром нефтехим Салауат” йәмғиәттәрендә, Сәнәғәт тимер юл транспорты предприятиеһында, Трамвай идаралығында төшөрөлгән.

Картиналар галереяһында Салауат, Стәрлетамаҡ, Ишембай, Өфө ҡалаларындағы авторҙарҙың эш көндәре, ябай эшсенең көнкүреше кеүек мөһим темаға арналған әҫәрҙәре менән танышырға мөмкин.

#ВладимирПутин
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Фото: srk.nationalpriority.ru/press_releases/268881125

Сығанаҡ: https://srk.nationalpriority.ru/press_releases/268881

 

Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас: