Рәсәй Федерацияһында “Хәүефһеҙ һәм сифатлы юлдар” өҫтөнлөклө милли проекты (национальный проект “Безопасные и качественные автомобильные дороги”) уңышлы бойомға ашырыла. Рәсәй Президенты Владимир Владимирович Путин билдәләүенсә, милли проекттарҙың (национальные проекты) һәммәһенең дә төп маҡсаты –граждандарҙың тормош кимәлен яҡшыртыу, халыҡҡа йәшәйештә уңайлы шарттар тыуҙырыу.
Башҡортостан етәкселеге лә был йүнәлешкә айырыуса етди иғтибар бүлә. “Хәүефһеҙ һәм сифатлы юлдар” милли проекты (национальный проект “Безопасные и качественные автомобильные дороги”) нигеҙендә төрлө уй-пландар тормошҡа ашырыла.
Әйткәндәй, Өфө районының Зинин ауылы янында күп һыҙатлы юл айырсаһы төҙөлөшө йылдам дауам итә. “Эшселәрҙең кәйефе күтәренке, төҙөлөш материалдары ваҡытында килтерелә, өҙөклөктәргә юл ҡуйылмай, – тип һөйләй бригадир Надир Хоҙайбирҙин. – Транспорт мәсьәләһенә килгәндә, был тәңгәлдә бөтәһе лә яҡшы итеп юлға һалынған. Бында төҙөлөштө ваҡытында, хатта ваҡытынан алда тамамларға ышаныс ҙур.”
Юл айырсаһының оҙонлоғо – 106 метр. Ул Иглин – Дим тимер юлын киҫеп үтәсәк, улай ғына ла түгел, М-5 “Урал” автомобиль юлы аша ла үтә.
Беҙгә хәбәр итеүҙәренсә, юлсылар һыу аға торған торбаны һалып бөткән, тимәк, яҙлы-көҙлө көслө булып аҡҡан һыуҙар юлды йыуа тигән хәүеф янамай.
– Һүҙ ҙә юҡ, юлдарҙы тәртипкә килтереү – беҙҙең өсөн оло бурыс, халыҡтың ышанысын аҡларға тырышасаҡбыҙ, – тип һөйләй Башҡортостан транспорт һәм юл хужалығы министры Александр Булушев. – Күреүебеҙсә, әле тап ошо урында иртәле-кисле автомобиль тығындары хасил булыусан. Бында эштәрҙе йыл аҙағына тамамларға уйлайбыҙ. Бынан ары был ерҙә тығындар бер ҡасан да булмаясаҡ.
Фото: https://news.myseldon.com
ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан