Кумертау педагогия колледжы “мәктәпкәсә йәштәгеләрҙе тәрбиәләү”, “физкультура, спорт һәм фитнес” компетенциялары буйынса бушлай уҡытыуҙар башланы. Курстар WorldSkills программаһы буйынса тормошҡа ашырыла.
“Проекттың маҡсаты – граждандарға хеҙмәт баҙарында конкуренцияға һәләтле булыу өсөн квалификацияны камиллаштырырға, һөнәр алмаштырырға, белем, тәжрибә арттырырға булышлыҡ итеү “, - тип аңлатты БР мәғариф министры Айбулат Хажин.
Курстарҙы тыңлаусылар - хеҙмәт урыны буйынса тәҡдим алмаған колледж, юғары уҡыу йорттарының һуңғы курс студенттары, әрме хеҙмәтен үтеп ҡайтҡас, дүрт ай дауамында эшкә урынлаша алмаған йәштәр, урта һөнәри йәки юғары белеме булмаған йәштәр, декретта ултырған һәм эшһеҙ әсәләр, 50 йәште уҙған граждандар.
Бындай саралар Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май” указында билдәләнгән “Хеҙмәт етештереүсәнлеге һәм мәшғүллеккә ярҙам” милли проектының (национальный проект "Производительность труда и поддержка занятости) бурыстарын тормошҡа ашыра һәм халыҡты эш урындары менән тәьмин итеүгә йүнәлтелгән.
Фото: ufatoday.ru
#ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан