Раевка үҙәк район дауаханаһына 12 миллион 850 мең һумлыҡ “МАММОСКАН” һанлы рентгенография маммографы урынлаштырылды. Заманса ҡорамал “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына ярашлы алынды.
Һанлы маммограф ярҙамында һөт биҙендәге онкология сирҙәрен, шештәрҙе иртә осорҙа асыҡлау өсөн рентген һүрәттәре алына. Ҡорамал һөт биҙҙәренә нур көсөргәнешен, ҡатын-ҡыҙ организмына уның зарарлы тәьҫирен һиҙелерлек кәметә.
– Һанлы маммография һанлы детекторҙа рентген нурҙарын төшөрә. Аҙаҡ рентген нурҙары электрон сигналдарға әүерелә һәм компьютерға ебәрелә. Һөҙөмтәлә табип алынған һүрәттәрҙе махсус мониторҙа күрә ала, – тине Раевка дауаханаһының баш табибы Рафаэль Саяпов.– Ҡорамалдың башҡа өҫтөнлөктәре лә етерлек.
Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май “ указдарына ярашлы, 2024 йылға ил үҫешенең төп маҡсаттарына өлгәшергә кәрәк. Шуларҙың араһында халыҡ һанын арттырыу, граждандарҙың тормош сифатын яҡшыртыу, иҡтисадҡа һәм социаль өлкәгә һанлы технологияларҙы индереү мөһим бурыстарҙың береһе булып тора.
”Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының төп маҡсаты – хеҙмәткә һәләтле йәштәге халыҡтың үлем күрһәткестәрен, ҡан әйләнеше сирҙәренән, яман шештәрҙән үлем осраҡтарын кәметеү, инновацион медицина технологияларын индереү, шул иҫәптән пациенттар сәләмәтлеген иртә диагностикалау һәм дистанциянан тороп мониторинг үткәреү алымдарын ҡулланыу.
Һаулыҡ һаҡлауҙың тәүге звеноһын яңыртыу программаһының маҡсаты – сифатлы һәм һәр кем файҙаланырлыҡ медицина ярҙамы күрһәтеү, шул иҫәптән төпкөлдә, бәләкәй тораҡтарҙа йәшәгән халыҡ өсөн.
ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.