Башҡортостан
-14 °С
Болотло
VKOKРУС
Бөтә яңылыҡтар

Тиҙҙән “Өсән” паркында балаларҙың шат тауышы яңғырар

Эште быйыл 30 сентябргә тамамларға ниәтләйҙәр.

Тиҙҙән “Өсән” паркында балаларҙың шат тауышы яңғырар
Тиҙҙән “Өсән” паркында балаларҙың шат тауышы яңғырар

Бәләбәй районы хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, ошо көндәрҙә район хакимиәте башлығы Азат Сәхәбиев Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектының (национальный проект “Жилье и городская среда”) “Уңайлы ҡала мөхите булдырыу” проектына ярашлы төҙөкләндерелгән объектты ҡарап сыҡты.

“Өсән” паркында спорт һәм балалар майҙансығы төҙөлөшө әүҙем бара. Һауа торошо ла эште ваҡытында башҡарыу өсөн ҡулай. Подрядсы юлға һәм майҙансыҡ нигеҙендә асфальт түшәгән. Тиҙҙән яҡтыртҡыстар ҡуйыуға, уйын комплексын ҡороуға тотона. Диңгеҙ стилендәге сағыу майҙансыҡ балаларҙың да, ата-әсәләрҙең дә күңеленә хуш килер, моғайын. Ә воркаут ҡулайламалар менән йыһазландырылған универсаль спорт майҙансығы спорт һәм сәләмәт тормош яҡлыларҙы күпләп йәлеп итер.

Эште быйыл 30 сентябргә тамамларға ниәтләйҙәр.

“Паркта төҙөлөш тамамланыу менән уның тирә-яғын да төҙөкләндерәбеҙ. Мәғлүм булыуынса, йәмәғәт киңлеген, “Уңайлы ҡала мөхите булдырыу” проектына ярашлы, район халҡы менән бергә һайланыҡ”, – тине Азат Сәхәбиев.

#ВладимирПутин
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Фото: srk.nationalpriority.ru/press_releases/272721

Сығанаҡ: https://srk.nationalpriority.ru/press_releases/272721

Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас в