Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
2 Июль 2022, 12:30

Яңы технология ҡулланылды

Тәбиғи юлдар аша операциялар организмдың йәрәхәтләнеүен кәметә, өҫтәүенә тән тиреһендә йөйҙәр ҡалмай, тимәк, был ысулдың косметик һөҙөмтәһе лә юғары.

Яңы технология ҡулланылды
Яңы технология ҡулланылды

Өфөнөң 21-се ҡала клиник дауаханаһы белгестәре Башҡортостан Республикаһында тәүге тапҡыр NOTES технологияһы буйынса лапароскопик трансвагиналь холецистэктомия операцияһын үткәрҙе.

NOTES  технологияһы – сәләмәтлекте һаҡлауҙың һөҙөмтәле ысулы, уның үҙенсәлеге – тәндең тәбиғи юлдары аша хирургик манипуляциялар яһау.  Был технология еңсә аша үт ҡыуығын алып ташлауҙы күҙ уңында тота. Тәбиғи юлдар аша операциялар организмдың йәрәхәтләнеүен кәметә, өҫтәүенә тән тиреһендә йөйҙәр ҡалмай, тимәк, был ысулдың косметик һөҙөмтәһе лә юғары.

Әгәр эндохирургия ысулы ғәҙәти хирургия менән сағыштырғанда өҙлөгөүҙәр һанын ике йәки өс тапҡырға кәметергә мөмкинлек бирһә, хирургияның үҫеше менән бергә, тәбиғи юлдар аша яһалған операциялар өҙлөгөүҙәр һанын тағы нығыраҡ кәметә. Унан тыш, операциянан һуң булған һыҙланыуҙар кәмейәсәк, нығыныу осоро ла еңелерәк үтәсәк.

Был миҫалға килгәндә, операция үткәргәндән һуң пациент бер көндән һауығып сыға алған.  Сағыштырыу өсөн, әгәр ҡәҙимге юл менән операция яһалған булһа, ул ике аҙна самаһы стационарҙа ятыр ине. Операцияны 1-се хирургия бүлеге хирургы, медицина фәндәре кандидаты Никита Казаков етәкселегендә,   гинеколог Таңһылыу Бәхтегәрәева менән берлектә хирургия бүлексәһе бригадаһы үткәрҙе. Был мөһим ваҡиға бүлек мөдире, юғары категориялы табип, медицина фәндәре кандидаты Тимур Йыһаншин күҙәтеүендә тормошҡа ашырылды.

 

Инновацион ысулды медицина фәндәре докторы, профессор, юғары категориялы табип-хирург, Башҡорт дәүләт университетының факультет хирургияһы кафедраһы мөдире Мәхмүт Тимербулатов ярҙамында үҙләштергәндәр.

Әйтергә кәрәк, ил Президенты  Владимир Путин башланғысы менән тормошҡа ашырылған “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына (национальный проект "Здравоохранение") ярашлы, респубикала медицина тармағын үҫтереүгә, яңыртыуға ҙур иғтибар бүленә. Тап ошо милли проект сиктәрендә Башҡортостанда медучреждениеларҙың матди-техник  базаһын нығытыу, халыҡҡа күрһәтелгән медицина ярҙамының сифатын күтәреү өсөн ҙур эштәр һәм проекттар тормошҡа ашырыла.

#ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Фото: health.bashkortostan.ru

Автор:Гүзәлиә Балтабаева
Читайте нас: