Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
5 Октябрь 2022, 15:35

Кушнарендар виноград үҫтерә

Донъяның күп кенә мәҙәниәттәрендә виноград тәлгәше әҙәм балаһының рухи тормошон кәүҙәләндерә, ә емеше уңдырышлылыҡ, етеш тормош, һаулыҡ һәм ҡунаҡсыллыҡ билдәһе булып тора.

Кушнарендар виноград үҫтерә
Кушнарендар виноград үҫтерә

Рәсәй Президенты В.В. Путиндың указына ярашлы тормошҡа ашырылып килгән күп һанлы мәҙәни проекттар илдәге йәшәйештең төрлө өлкәләренә ҡағыла һәм уларҙы тағы ла нығыраҡ яҡшыртыуға, байытыуға йүнәлтелә. Проекттар араһында тормошобоҙҙоң айырылғыһыҙ өлөшө булған даирә – мәҙәниәткә ҡағылған “Мәҙәниәт” (национальный проект “Культура”) тигәне лә бар.

Был милли проектҡа өс федераль проект инә: “Мәҙәни мөхит”, “Ижади кешеләр”, “Һанлы мәҙәниәт”. Башҡортостан уларҙың барыһында ла әүҙем ҡатнаша. Ағымдағы йылда ла проектҡа ярашлы финанс ярҙамы бүленә, байтаҡ файҙалы ғәмәлдәр атҡарыла. Мәҙәниәт усаҡтарын матди-техник йыһазландырыу ҙа, ниндәйҙер үҙенсәлекле саралар ҙа проект ярҙамы менән тормошҡа ашырыла.

Шундай матур сараларҙың береһе яңыраҡ Кушнаренко районы үҙәгендә үткәрелгән – халыҡ “Кушнаренконың виноград тәлгәше” байрамына йыйылған. Районда был сара етенсе тапҡыр ойошторолған.

Донъяның күп кенә мәҙәниәттәрендә виноград тәлгәше әҙәм балаһының рухи тормошон кәүҙәләндерә, ә емеше уңдырышлылыҡ, етешлек, һаулыҡ һәм ҡунаҡсыллыҡ билдәһе булып тора.

Кушнарендар ҙа был татлы еләкте яратып үҫтерә.  Күп сорттар мул уңыш бирә, Башҡортостандың һалҡын ҡыштарын да еңел үткәрә. Ғалимә Лидия Стреляеваның күп йыллыҡ тырыш хеҙмәте арҡылы барлыҡҡа килгән сорттар республикала ғына түгел, унан ситтә лә киң таралған.

Виноград байрамы ысын-ысындан мәҙәни төрлөлөктө сағылдырған сараға әйләнгән, тиһәң дә хата булмаҫ, сөнки ҡатнашыусылар бихисап сағыу тематик күргәҙмәләр ҙә әҙерләгән. Бында биҙәү-ҡулланма сәнғәтенең төрлө стиль, техникала башҡарылған ҡыҙыҡлы өлгөләрен дә, аш-һыу ризыҡтарын да күрергә мөмкин булған. Байрам булғас, йыр-моң да яңғырап торған –  район мәҙәниәт йортонда күптән эшләп килгән ижади коллективтар ҙа, йәш “йондоҙсоҡ”тар ҙа яҡташтарын матур программа менән ҡыуандырған.

Бындай ҡыҙыҡлы саралар халыҡтың тормошон йәнләндерергә, бергә тупланырға булышлыҡ итеүе шикһеҙ. “Мәҙәниәт” милли проекты иһә бай мәғлүмәт алырға мөмкин булған һәр төрлө бай йөкмәткеле сараларҙы уңышлы атҡарырға ярҙам ҡыла.

Фото: vk.com/wall-194358954_665

#ВладимирПутин #национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

 

Кушнарендар виноград үҫтерә
Кушнарендар виноград үҫтерә
Автор:Равиля Гатауллина
Читайте нас: