Башҡортостандың Төҙөлөш һәм архитектура министрлығы республика ауылдарындағы һәм ҡалаларындағы иң шәп шәхси йортто асыҡлау өсөн конкурс ойоштора. Сара шәхси торлаҡ төҙөлөшө үҫешенә булышлыҡ итеү, иң шәп тәжрибәне таратыу һәм иҡтисади йәһәттән отошло проекттарҙы асыҡлау өсөн үткәрелә.
- Йыл һайын үҙенең архитектураһы, конструктив ҡарарҙары һәм файҙаланыу күрһәткестәре буйынса шәхси торлаҡ төҙөлөшө тармағында өлгө булырлыҡ шәхси йорттарҙы асыҡлайбыҙ. Бындай саралар яңы һәләтле төҙөүселәрҙе асыҡларға ла булышлыҡ итә, - тип белдерҙе республиканың төҙөлөш һәм архитектура министры вазифаһын башҡарыусы Егор Родин.
Шулай итеп, бәйгелә шәхси төҙөүселәр ҙә, республиканың төҙөлөш һәм муниципаль ойошмалары ла, муниципаль берәмектәр ҙә ҡатнаша ала. Конкурс шарттары менән республиканың Төҙөлөш һәм архитектура министрлығы сайтында тулыраҡ танышырға мөмкин, тип хәбәр итә Башҡортостандың Төҙөлөш һәм архитектура министрлығының матбуғат хеҙмәте.
Ғаризалар 15 декабргә тиклем ҡабул ителә. Республиканың Төҙөлөш һәм архитектура министрлығы вәкилдәренән, белгестәренән торған комиссия 31 декабргә тиклем конкурс проекттарын ҡарай һәм иң яҡшыларын һайлай. Төрлө номинацияларҙағы еңеүселәр ғинуарҙа бүләкләнәсәк.
Проекттар эш көндәрендә иртәнге 9-ҙан 17 сәғәткә тиклем (төшкө тәнәфес - 13:00-дән 14:00 сәғәткә тиклем) Өфө ҡалаһы, Совет урамы, 18-се йорт, 206-сы бүлмәлә ҡабул ителә. Бәйләнеш өсөн телефон: 8 (347) 218-09-06.
2016 йылдан Башҡортостанда үткәрелгән был конкурс Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май” указдарына ярашлы барлыҡҡа килгән “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” (национальный проект “Жилье и городская среда”) бурыстарын да тормошҡа ашырырға ярҙам итә.
Фото: sadsuper.ru
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан