Башҡортостан Дәүләт идаралығының һанлы үҫеше министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, мобилизацияланған граждандар һәм уларҙың ғаиләләре өсөн төбәк дәүләт хеҙмәттәре порталында бер тапҡыр бирелә торған аҡсалата түләүгә ғариза тапшырыу хеҙмәте эшләй башланы.
– Хәҙер мобилизацияланғандарға һәм уларҙың ғаиләләренә дәүләт яғынан ярҙам кәрәк. Был аҡсалата ярҙамды алыу юлы мөмкин тиклем ябайлаштырылырға тейеш. Практика күрһәтеүенсә, бындай хеҙмәттәрҙең электрон формала күрһәтелеүе бигерәк тә уңайлы. “Дәүләт хеҙмәттәре” порталы ғариза биреүҙе күпкә еңеләйтә, ваҡытты экономиялай, – тине дәүләт идаралығының һанлы үҫеше министры урынбаҫары Динар Шәрәфетдинов.
Ярҙамды алыу өсөн төбәк дәүләт хеҙмәттәре порталында теркәлеү шарт. Ул 10 эш көнө эсендә күрһәтелә. Ғаиләлә берәүҙән күберәк бала булһа, уларҙың һәр береһенә ғариза яҙырға кәрәк. Был турала тулыраҡ мәғлүмәтте “Дәүләт хеҙмәттәре” порталында алырға мөмкин. Ошонда уҡ тултырыу өсөн тәғәйен форма ла бар.
Мәғлүм булыуынса, дәүләт һәм муниципаль хеҙмәттәр ил Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Рәсәй Федерацияһының һанлы иҡтисады” милли проектының (национальный проект “Цифровая экономика Российской Федерации”) “Һанлы дәүләт идаралығы” федераль проекты нигеҙендә һанлы форматҡа күсерелә һәм улар граждандар өсөн уңайлы шарттар тыуҙырыуға йүнәлтелә.
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Фото: kolosinform.ru