Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
27 Декабрь 2022, 11:15

Иң тәмле былау - Салауатта

Юл буйындағы кафела былау, ҡамыр аштары, тәмле сәй менән һыйланырға, Салауат етештереүселәренең ризыҡтарын һатып алырға мөмкин.

Иң тәмле былау - Салауатта
Иң тәмле былау - Салауатта

Салауат ҡалаһы хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” милли проектына (национальный проект "Малoе и среднее предпринимательствo и пoддержка индивидуальнoй предпринимательскoй инициативы") ярашлы, урындағы бизнес-шәриф Урал Мәғизов ҡалаға төньяҡтан ингән ерҙә, Йәшел урамда урынлашҡан “Былау үҙәге”н ҡарап сыҡты.

Юл буйындағы кафела былау, ҡамыр аштары, тәмле сәй менән һыйланырға, Салауат етештереүселәренең ризыҡтарын һатып алырға мөмкин.

Мәғлүм булыуынса, “Былау үҙәге” элекке КПМ бинаһында урынлашҡан. Был биләмәлә әкренләп юл буйы сервисы ойошторола, унда төрлө хеҙмәттәр күрһәтеү, тауарҙар һатыу күҙаллана. Комплекс етәксеһе Андрей Ғәзиев биләмәне артабан үҫтереү йәһәтенән киләсәккә ҙур план менән йәшәй. Ул ошо майҙансыҡ ҡыҙыҡһыныу уятҡан эшҡыуарҙар менән хеҙмәттәшлек итергә лә әҙер.

#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Фото: contenta.info

Сығанаҡ: https://contenta.info/press_releases/376433#scroll

Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас: