2022 йылда республиканың ағас эшкәртеү комплексы 120 мең 955 кубометр ағасты экспортҡа сығарған, тип хәбәр итә Башҡортостан Республикаһы буйынса Россельхознадзор идаралығының матбуғат хеҙмәте.
Башҡортостанда ылыҫлы һәм япраҡлы ағастарҙан етештерелгән таҡталар, бурса һәм башҡа продукцияны Азербайжан, Әрмәнстан, Афғанстан, Беларусь, Грузия, Ҡаҙағстан, Ҡырғыҙстан, Тажикстан, Ҡытай, Латвия, Литва, Вьетнам, Үзбәкстан, Эстония, Чехия һатып алған.
Мәҫәлән, 2021 йылдың ошо уҡ осоро менән сағыштырғанда, Россельхознадзор территориаль идаралығы төбәктең урман сәнәғәте комплексы тарафынан донъяның 19 иленә сығарылған бөтәһе 152 мең 164 кубометр күләмендә ағастан етештерелгән материалдарҙың 4039 партияһын контролдә тотҡан.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, илдә Президент Владимир Путин башланғысы менән "Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт" милли проекты (национальный проект “Международная кооперация и экспорт”) тормошҡа ашырыла. Уның маҡсатлы күрһәткесе — 250 миллиард доллар күләмендә сеймал һәм энергетик булмаған тауарҙарҙың экспорт күләменә (хаҡы сағылышында) өлгәшеү. Ҡатмарлы геосәйәси шарттарҙа милли проектты тормошҡа ашырыу ауырға төшә. Әммә уҙған йыл йомғаҡтары буйынса күрһәткестәрҙең түбәнәйеүе минималь булған — ни бары 1,8 процент.
Автор фотоһы.
#ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан