Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
10 Ғинуар 2023, 15:45

Тиҙҙән Райманда һыу сифаты яҡшырыр

Был маҡсатҡа федераль бюджеттан 291 миллион һум аҡса бүленгән.

Тиҙҙән Райманда һыу сифаты яҡшырыр
Тиҙҙән Райманда һыу сифаты яҡшырыр

Башҡортостандың Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, 2023 йылда Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектының (национальный проект “Жилье и городская среда”) “Таҙа һыу” федераль программаһына ярашлы, Туймазы районында һыу үткәргес төҙөлә башлай. Ул Райман ауылы халҡын сифатлы эсәр һыу менән тәьмин итәсәк.

Был маҡсатҡа федераль бюджеттан 291 миллион һум аҡса бүленде. Әле эште башҡарыуға сауҙалашыу үткәрелде. Ошо аҡсаға насос станцияһы төҙөлә, Әгертамаҡтан Райманға тиклем 57 километрлыҡ һыу үткәргес һуҙыла һәм Райман урамдарына һыу торбалары һалына.

Күләмле проектты тормошҡа ашырыу хоҡуғын алған Өфөнөң “РВК Һыу каналы” акционерҙар йәмғиәте насос станцияһын төҙөүгә әүҙем әҙерлек башланы. Трассаны өйрәнеү, документтарҙы яраштырыу һәм төҙөлөш материалдарына заказ биреү ғәмәлдәре башҡарыла.

Мәғлүм булыуынса, “Таҙа һыу” проектының төп маҡсаты – 2024 йылға Башҡортостан халҡын сифатлы эсәр һыу менән тәьмин итеү күрһәткесен 86,6 проценттан 92,5 процентҡа тиклем арттырыу. Маҡсатҡа өлгәшеү өсөн республикала 29 һыу тәьминәте объектын төҙөү йәки реконструкциялау планлаштырыла.

#ВладимирПутин #национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Фото: contenta.info/press_releases/382113#scroll

Сығанаҡ: Контента | Инфоповод (contenta.info)

 

Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас: