Башҡортостандың Ауыл хужалығы министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, 19 ғинуарҙа “Минең экспортым” платформаһында Рәсәй экспортсыларынан ауыл хужалығы продукцияһын һәм аҙыҡ-түлек ташыуға сығымдың бер өлөшөн ҡаплауға ғариза ҡабул итә башлайҙар. Республикалағы ауыл хужалығы тауарҙары етештереүселәр һәм тәьминәтселәр былтыр өсөнсө һәм дүртенсе кварталдарҙа, шулай уҡ быйыл беренсе һәм икенсе кварталдарҙа поставкаланған агросәнәғәт комплексы продукцияһын ташыуға сығымдың 25 процентына тиклемен компенсациялай ала. Был сараны Рәсәй экспорт үҙәге менән берлектә илдең Ауыл хужалығы министрлығы тормошҡа ашыра.
– Былтыр агросәнәғәт комплексы предприятиелары 280 миллион долларлыҡ 400 мең тоннаға яҡын продукцияны экспортҡа сығарған, – тине Башҡортостан Хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары – ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов. – Экспорт структураһында 75 процентты тиерлек май продукцияһы тәшкил итә, ҡалғаны – майлы культураларҙың орлоғо, бал, иген, һөт һәм ит ризыҡтары. Экспорттың төп өлөшө Иранға, Төркиәгә, Ҡаҙағстанға, Беларусь Республикаһына һәм Үзбәкстанға тура килә. Экспорт продукцияһы күләмен һәм контрагент илдәрҙең географияһын арттырырға ниәтләйбеҙ. Бында экспортсыларға дәүләт ярҙамы саралары ла ҙур әһәмиәткә эйә буласаҡ.
– Продукцияны ташыуға сығымдың бер өлөшөн компенсациялау Башҡортостанда экспортлаусыларға иң популяр ярҙам сараларының береһе булып ҡала. Алынған аҡса предприятиеларға үҙ тауарының конкурентлыҡ ҡеүәһен арттырырға, производствоны киңәйтергә һәм яңыртырға булышлыҡ итәсәк, – тине Башҡортостан Республикаһының тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министры Маргарита Болычева.
Субсидияға ғаризалар ҡабул итеү 19 ғинуарҙа (Мәскәү ваҡыты буйынса) иртәнге сәғәт 9-ҙа башлана һәм 1 ноябрь киске сәғәт 6-ға тиклем дауам итә. Башҡортостанда экспорт эшҡыуарлығына ярҙам Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проектына (национальный проект “Международная кооперация и экспорт”) ярашлы тормошҡа ашырыла.
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Фото: agriculture.bashkortostan.ru