Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
20 Ғинуар 2023, 12:30

Автоклуб гастролгә сыға

Төпкөл ауылдар халҡы уларҙы шатланып ҡаршылай

Автоклуб гастролгә сыға
Автоклуб гастролгә сыға

Башҡортостандың Мәҙәниәт министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, ошо көндәрҙә Дыуан районындағы Һикәяҙ ауыл мәҙәниәт йортоноң ижади коллективы Салауат районының Гусевка ауылында концерт ҡуйҙы. 20 – 22 ғинуарҙа автоклуб үҙ районының Михайловка, Яңы Михайловка, Мәтәле һәм Салғыя ауылдарына мәҙәни программа менән юл тота.

Мәҙәниәт йорто артистары Татьяна Гладких, “Добры молодцы”, “Малахит” ансамблдәре, “Любава” бейеү төркөмө, “Маска” коллективы тамашасыларҙы сағыу сығыштары менән ҡыуандыра.

– Дыуан районында күп функциялы күсмә мәҙәни үҙәк – Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Мәҙәниәт” милли проекты (национальный проект “Культура”) буйынса һатып алынған автоклуб йыл ярым самаһы эшләй. Ул байтаҡ мәҙәни сараларҙың айырылғыһыҙ өлөшөнә әүерелде. Беҙ 100-гә яҡын күсмә сара ойошторҙоҡ, уларҙы 42 меңдән ашыу тамашасы ҡараны, – тине автоклуб мөдире Ольга Горбунова.

Дыуан районында 47 ауыл бар, шуларҙың 22-һендә генә клуб эшләй. Район үҙәгенән иң төпкөл ауылға тиклем 40 километр. Автоклуб клуб булмаған биләмәләрҙә халыҡты мәҙәни саралар, тамашалар менән ҡыуандырырға мөмкинлек бирә.

#ВладимирПутин

#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Фото: contenta.info

Сығанаҡ: Контента | Инфоповод (contenta.info)

 

 

 

Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас: