Республикала 2000-дән ашыу фельдшер-акушерлыҡ пункты һаҡлап ҡалынды, һуңғы йылдарҙа уларҙы этаплап алмаштырыу, ремонтлау, яңы пункттарҙы төҙөү бара.
2019 йылдан "Һаулыҡ һаҡлау" милли проекты бурыстарын тормошҡа ашырыу барышында 250-нән ашыу фельдшер-акушерлыҡ пункты файҙаланыуға тапшырылды. Улар өсөн белгестәр кәрәк, тәү сиратта медицина колледжын тамамлаусылар. Беҙҙең медицина учреждениелары урта медицина персоналына ҙур мохтажлыҡ кисерә.
Бөгөн республика буйынса медицина хеҙмәткәрҙәренең уртаса йәше – 48. Тап шуға күрә былтыр Нефтекама, Учалы, Октябрьский ҡалаларында, Мәсәғүт ауылында республика медицина колледждарының филиалдары асылды.
Бөгөн Октябрьский ҡалаһында Туймазы медицина колледжының филиалы сафҡа инде. Бинаға капиталь ремонт үткәрелгән. Видеокүҙәтеү системаһы, йылылыҡ узелы монтажланған, янғын сигнализацияһы ҡуйылған.
Уҡыу процесы өсөн парта, ултырғыстар, таҡталар, келәттәр, шулай уҡ ноутбуктар, компьютерҙар, принтерҙар, интерактив панель, телевизор, проекция экраны һатып алынған. Китапханала бөтә кәрәкле әҙәбиәт һәм электрон ресурстар бар. Медицина манипуляцияларын үткәреү өсөн манекендар, симуляторҙар, тренажерҙар һатып алынған.
“Шәфҡәт туташы эше” һөнәренә Туймазы медицина колледжының Октябрьский филиалында илле студент уҡый. Киләһе уҡыу йылынан ҡабул итеү арттырыла, 2024 йылға филиалда 200-ҙән ашыу студент буласаҡ тип көтөлә.
Сығанаҡ: vk.com/wall523359892_2788