Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
25 Ғинуар 2023, 11:25

Эш барышын тиҙләтә

Бөгөн төбәк Росреестры белгестәре хоҡуҡи экспертиза үткәргәндә оператив рәүештә 15 төрлө документтың төп нөсхәһен тикшерә ала.

Эш барышын тиҙләтә
Эш барышын тиҙләтә

Республика Хөкүмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, быйылғы йылдың ғинуарынан Башҡортостандың Росреестр идаралығы БР Дәүләт идаралығының һанлы үҫеш министрлығы менән хеҙмәттәшлек һөҙөмтәһендә Digit МЭВ республика системаһы аша тағы бер документтың – пай иғәнәһен түләү тураһында белешмәнең дөрөҫлөгөн тикшереү мөмкинлеген бойомға ашырҙы. Шулай итеп, бөгөн төбәк Росреестры белгестәре хоҡуҡи экспертиза үткәргәндә оператив рәүештә (иң күбендә - бер тәүлек эсендә) 15 төрлө документтың төп нөсхәһен тикшерә ала. Был күсемһеҙ милекте иҫәпкә алыу һәм теркәү хеҙмәттәре буйынса хоҡуҡи экспертизаны тиҙләтә һәм мутлыҡ осраҡтарынан һаҡлай.

- Бөгөнгә Росреестр хеҙмәттәре буйынса ведомство-ара эш итеүҙе һанлаштырыу хоҡуҡи экспертиза процесын тиҙләтергә һәм ябайлаштырырға мөмкинлек бирә. Республика Хөкүмәте бойороғо менән ведомство-ара ихтыяждар буйынса мәғлүмәттәр биреү процедураларын ҡулайлаштырыу ҡаралған һәм был төбәктә уңайлы инвестиция мөхите булдырыу маҡсатында тормошҡа ашырыла, - тип билдәләне Башҡортостан Республикаһы дәүләт идаралығының һанлы үҫеш министры Геннадий Разумикин.

Башҡортостан Республикаһы Дәүләт идаралығының һанлы үҫеш министрлығы мәғлүмәттәренә ярашлы, Digit МЭВ республика системаһы аша Росреестр хеҙмәттәре буйынса мәғлүмәтте тикшереүгә ҡағылышлы 30-50 мең һорау килә.

Был йүнәлештәге эштәр ил Президенты Владимир Путиндың май указдары тарафынан  раҫланған “Һанлы иҡтисад” милли проекты (национальный проект “Цифровая экономика”) ҡуйған бурыстарҙы тормошҡа ашырыуға булышлыҡ итә.  

Фото һәм сығанаҡ: pravitelstvorb.ru

#ВладимирПутин #национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас: