Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
31 Ғинуар 2023, 09:30

“Дуҫлыҡ” паркында сәхнә һәм бейеү майҙансығы барлыҡҡа киләсәк

Дискотека зонаһын һәм йәйге кафе менән сәхнәне быйыл уҡ төҙөкләндереү күҙаллана.

“Дуҫлыҡ” паркында сәхнә һәм бейеү майҙансығы барлыҡҡа киләсәк
“Дуҫлыҡ” паркында сәхнә һәм бейеү майҙансығы барлыҡҡа киләсәк

Йәрмәкәй ауылында ошондай төҙөкләндереү буласаҡ тип хәбәр иттеләр Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығынан.

Паркта шулай уҡ күп функциялы спорт майҙансығы төҙөлөп бөтәсәк. Ҡышҡыһын пластик бортлы майҙансыҡта хоккей уйнай алалар, йылы ваҡытта резина япмалы майҙансыҡ мини-футбол, волейбол һәм баскетбол өсөн файҙаланыла.

Мәҙәниәт йорто һәм яңы мәсет араһында урынлашҡан паркты "Урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү" программаһы буйынса 2017 йылда төҙөй башлағандар. Беренсе объект – велосипед-роллер юлы. 2019 йылдан  “Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу” федераль проекты буйынса күләмле төҙөкләндереү башланды.

Парк биләмәһендә балалар өсөн уйын майҙансығы, эскәмйәләр һәм урналар урынлаштырылған, ҡойма төҙөгәндәр, юлдарға асфальт түшәгәндәр. 2020 йылда бында канал аша өс күпер төҙөлгән, георешеткалар ҡуйылған, альп тауын төҙөкләндергәндәр. Паркта шулай уҡ фонтан, балалар һәм спорт майҙансыҡтары, перголдар, беседкалы мангал зоналары барлыҡҡа килә.

Киләһе ике йылда паркты балалар уйын комплекстары, яҡтыртыу һәм видеокүҙәтеү системалары, спорт майҙансығы һәм балалар автоҡаласығы тулыландыра. Биләмәне төҙөкләндереү йылы миҙгел етеү менән дауам итәсәк.

Эштәр “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проекты (национальный проект "Жилье и городская среда") сиктәрендә уҙа. Ил президенты Владимир Путиндың ҡушыуы буйынса тормошҡа ашырылған милли проект биләмәләрҙе төҙөкләндереү һәм яңы йәмәғәт киңлектәрен булдырыу иҫәбенә ҡала мөхитенең сифатын арттырыуҙы күҙ уңында тота.

Фото: vk.com/ermekeevo_adm

#ВладимирПутин #национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

“Дуҫлыҡ” паркында сәхнә һәм бейеү майҙансығы барлыҡҡа киләсәк
“Дуҫлыҡ” паркында сәхнә һәм бейеү майҙансығы барлыҡҡа киләсәк
“Дуҫлыҡ” паркында сәхнә һәм бейеү майҙансығы барлыҡҡа киләсәк
“Дуҫлыҡ” паркында сәхнә һәм бейеү майҙансығы барлыҡҡа киләсәк
“Дуҫлыҡ” паркында сәхнә һәм бейеү майҙансығы барлыҡҡа киләсәк
“Дуҫлыҡ” паркында сәхнә һәм бейеү майҙансығы барлыҡҡа киләсәк
“Дуҫлыҡ” паркында сәхнә һәм бейеү майҙансығы барлыҡҡа киләсәк
“Дуҫлыҡ” паркында сәхнә һәм бейеү майҙансығы барлыҡҡа киләсәк
Автор:Рузилә Иҫәнбаева
Читайте нас: