Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
2 Февраль 2023, 15:45

Һанлы үҫеш йомғаҡтары тикшерелде

Был күрһәткес буйынса республикабыҙ округта икенсе урынды яуланы.

Һанлы үҫеш йомғаҡтары тикшерелде
Һанлы үҫеш йомғаҡтары тикшерелде

Башҡортостандағы Дәүләт идараһының һанлы үҫеше министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, республика Премьер-министры Андрей Назаров рәйеслегендә үткән оператив кәңәшмәлә 2022 йылғы һанлы үҫештең йомғаҡтары тикшерелде. Алып барылған әүҙем эш һөҙөмтәһендә Башҡортостан төбәктәрҙең һанлы үҙгәреше рейтингында 30-сы баҫҡысҡа күсте.

– Йыл йомғаҡтары буйынса республикабыҙ Рәсәй Федерацияһының бөтә субъекттары араһында туғыҙынсы һәм Волга буйы федераль округында икенсе урынды яуланы. Башҡортостан 30-сы баҫҡысҡа күтәрелде, сөнки төбәктә был йәһәттән ҙур эш башҡарыла. Шуға ҡарамаҫтан, беҙгә туҡталып ҡалырға ярамай, өҫтәмә үҫеш өсөн мөмкинлегебеҙ бар, шуға ынтыласаҡбыҙ, – тине Андрей Назаров.

Кәңәшмәлә республиканың һанлы үҫеш министры Геннадий Разумикин федераль рейтингта Башҡортостандың позицияһын яҡшыртыуға йоғонто яһаған социаль-иҡтисади тармаҡ йүнәлештәрен һанлаштырыу йәһәтенән күрелгән саралар тураһында телмәр тотто. 2022 йылда 324 база станцияһы яңыртылған, Рәсәй Президентының май указы менән раҫланған “Рәсәй Федерацияһының һанлы иҡтисады” милли проекты (национальный проект “Цифровая экономика Российской Федерации”) буйынса Сибай–Аҡъяр автомобиль юлы сымһыҙ элемтә сигналы менән тәьмин ителгән, республика мәктәптәрендә ИТ-инфраструктура булдырыу саралары тормошҡа ашырылған.

Дәүләт идараһын һанлаштырыу йәһәтенән социаль мөһим хеҙмәттәрҙе башлыса электрон төрҙә күрһәтеү бурысы тулыһынса үтәлгән. Хәҙер республикала граждандар 642 дәүләт хеҙмәтен электрон алыу мөмкинлегенә эйә, уларҙың 84-енә айырыуса ихтыяж ҙур.

#ВладимирПутин #национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Фото: strategy24.ru

Сығанаҡ: Контента | Инфоповод (contenta.info)

 

Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас: