Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
13 Февраль 2023, 08:30

Ҡариҙелдәр яңы фатирға күсеп ҡыуанды

Республиканың төҙөлөш һәм архитектура министры вазифаһын башҡарыусы Еогор РОдин түбәндәгеләр хаҡында белдерҙе

Ҡариҙелдәр яңы фатирға күсеп ҡыуанды
Ҡариҙелдәр яңы фатирға күсеп ҡыуанды

Башҡортостан 2017 йылдың 1 ғинуарына тиклем авариялы тип танылған  торлаҡ фондынан граждандарҙы күсереү программаһын алдан тамамлай. Был хаҡта республиканың төҙөлөш һәм архитектура министры вазифаһын башҡарыусы Егор Родин Ҡариҙел районында авариялы торлаҡтан күсеүселәргә асҡыс тапшырғанда хәбәр итте.

Яңы 24 фатирлы күп ҡатлы, майҙаны 1,1 мең квадрат метр тәшкил иткән йорт Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май” указдарына ярашлы барлыҡҡа килгән “Толаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектының “Йәшәү өсөн яраҡһыҙ торлаҡ фондын тотороҡло ҡыҫҡартыуҙы тәьмин итеү” федераль проектын тормошҡа ашырыу һөҙөмтәһендә төҙөлгән.

- Бөгөн Ҡариҙелдән 14 ғаилә – 38 кеше – яңы фатир асҡысын алды. Ҡариҙел районы 2017 йылдың 1 ғинуарына тиклем авариялы тип танылған торлаҡтан күсереү буйынса сараларҙы тамамланы. Быйыл республика граждандарҙы авриялы торлаҡтан күсереү буйынса программаны ваҡытынан алда тамамлауҙы һәм 2022 йылдың 1 ғинуарына тиклем йәшәүгә яраҡһыҙ тип танылған 220 мең квадрат метр майҙандан 14 мең тирәһе кешене күсереү өсөн яңы программала ҡатнашыуҙы планлаштыра, - тип белдерҙе үҙ сығышында Егор Родин.

Фото: building.bashkortostan.ru

 #ВладимирПутин #национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас: