Октябрьский ҡалаһы хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Демография” милли проектына (национальный проект “Демография”) ярашлы, “Спартак” спорт-һауыҡтырыу комплексы биләмәһендә “Рәсәйҙең саңғы юлы-2023” Бөтә Рәсәй күмәк саңғы ярышы уҙғарылды.
Йыл һайын ойошторолған ҡышҡы спорт сараһында ҡала халҡы күпләп ҡатнаша. Быйылғы һәүәҫкәр саңғысылар араһында иң өлкәне Генадий Михайлович Добрин булды (уға 90 йәш), иң йәшенә күптән түгел генә биш йәш тулған.
“Рәсәйҙең саңғы юлы” 1982 йылдан уҙғарыла. Ҡатнашыусыларҙың һаны, географияһы буйынса ул иң күләмле ҡышҡы спорт сараһн тәшкил итә. Беҙҙең ҡалала был ярыш 2005 йылдан уҙғарыла”, – тине физик культура һәм спорт комитеты рәйесе Илдар Рамазанов.
Ярышта ҡатнашыусылар өсөн төрлө йәштәге һәм әҙерлек кимәлендәге спортсыларға тәғәйенләнгән дистанциялар әҙерләнде. Саңғысылар араһында йәш саңғысылар ҙа, тәжрибәле спортсылар ҙа булды. Еңеүселәр миҙалдар, грамоталар һәм “Рәсәй саңғы юлы-2023” башлығы менән бүләкләнде.
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Фото: oktadm.ru
Сығанаҡ: Контента | Инфоповод (contenta.info)