Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
20 Февраль 2023, 22:20

Милли проекттар үтәлеше - иғтибар үҙәгендә

2023 йылға пландарҙа – милли проекттар сиктәрендә тағы ла алты мәктәп, алты дауахана һәм поликлиника, ете мәҙәниәт учреждениеһы, 17 инженер һәм транспорт инфраструктураһы объекты төҙөү, 75 модулле фельдшер-акушерлыҡ пункты ҡуйыу, 190 километрҙан ашыу автомобиль юлын ремонтлау, 122 йәмәғәт биләмәһен төҙөкләндереү.

Милли проекттар үтәлеше - иғтибар үҙәгендә
Милли проекттар үтәлеше - иғтибар үҙәгендә

Бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров видеоконференция режимында аҙналыҡ оператив кәңәшмә үткәрҙе. Унда республикала милли проекттарҙы тормошҡа ашырыу буйынса пландар ҡаралды.

Республика Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Илшат Тажетдинов әйтеүенсә, былтыр проекттарҙы тормошҡа ашырыуға федераль бюджеттан 39 миллиард һум самаһы аҡса йәлеп ителгән, был 2021 йылғы күрһәткестән ике тапҡырға тиерлек күберәк. Республика һәм бюджеттан тыш фондтарҙы иҫәпкә алып, дөйөм сумма 49,7 миллиард һумға еткән.

Ошо аҡсаға 27 социаль әһәмиәтле объект, шул иҫәптән ике балалар баҡсаһы, биш мәктәп, 18 юл һәм инженер инфраструктураһы объекты, шулай уҡ Благовещенда өлкән йәштәге граждандар өсөн корпус һәм “Өфө” индустриаль паркы биләмәһендә бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ өсөн ҙур етештереү комплексы төҙөлдө һәм файҙаланыуға тапшырылды.

Бынан тыш, 28 медицина ойошмаһында капиталь ремонт үткәрелгән, 55 модулле фельдшер-акушерлыҡ пункты ҡуйылған, 3 меңдән ашыу берәмек медицина ҡорамалы һатып алынған, 27 мәҙәниәт учреждениеһы ремонтланған, 10 заманса кинозал асылған, 126 йәмәғәт биләмәһе төҙөкләндерелгән, 146,7 километр автомобиль юлы норматив хәлгә килтерелгән, шулай уҡ мәктәптәрҙә 216 “Үҫеш нөктәһе” үҙәктәре булдырылған.

2023 йылға пландарҙа – милли проекттар сиктәрендә тағы ла алты мәктәп, алты дауахана һәм поликлиника, ете мәҙәниәт учреждениеһы, 17 инженер һәм транспорт инфраструктураһы объекты төҙөү, 75 модулле фельдшер-акушерлыҡ пункты ҡуйыу, 190 километрҙан ашыу автомобиль юлын ремонтлау, 122 йәмәғәт биләмәһен төҙөкләндереү.

Башҡортостан Башлығы республика Хөкүмәтенә барлыҡ проекттарҙы тормошҡа ашырыу ваҡытын аныҡ контролдә тоторға ҡушты.

Фото: Башҡортостан Башлығы сайты. 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: