2022 йыл йомғаҡтары буйынса, Башҡортостандың тышҡы сауҙа әйләнеше 2021 йыл менән сағыштырғанда 10,5 процентҡа артҡан. Шул уҡ ваҡытта экспорт күләме лә 10 процентҡа артҡан. Был турала республиканың тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министры Маргарита Болычева Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров үткәргән аҙналыҡ оператив кәңәшмәлә белдерҙе.
Республиканың дөйөм тауар әйләнеше күләмендә экспорт өҫтөнлөк итә. Уның өлөшө – 80 процент. Шул уҡ ваҡытта тәьминәттең яҡынса 66 процентын сеймал булмаған энергияға ҡарамаған экспорт тәшкил итә.
Маргарита Болычева билдәләүенсә, Башҡортостан 112 ил менән сауҙа мөнәсәбәттәрен булдырған. 2022 йыл аҙағына Ҡытай, Ҡаҙағстан, Нидерланд, Беларусь, Латвия, Төркиә, Һиндостан, Үзбәкстан, Финляндия һәм Германия иң яҡшы 10 контрагент иҫәбенә ингән.
– 2021 йыл менән сағыштырғанда Ҡытай менән сауҙа 25 процентҡа артҡан, Ҡаҙағстан менән – 20 процентҡа, Төркиә Республикаһы менән – 50 процентҡа. Санкцияларға ҡарамаҫтан, Нидерланд менән сауҙа – ике тапҡырға, Финляндия менән биш тапҡырға артҡан, – тине Маргарита Болычева.
Башҡортостандың сауҙа вәкиллектәре Беларусь, Төркиә, Ҡаҙағстан, Үзбәкстан һәм Ҡытай кеүек илдәрҙә уңышлы эшләй, тип өҫтәне министр. Бынан тыш, 2022 йылда сит илдәргә рәсми делегацияларҙың һәм эшлекле даирә вәкилдәренең 25 сәфәре ойошторолған. Яҡын арала Иран һәм Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәре менән әүҙем хеҙмәттәшлекте үҫтереү йүнәлешендә эштәр алып барыласаҡ.
– Былтыр экспортерҙар һанын өстән бер өлөшкә арттырып, 1273 предприятиеға еткерҙек. Үҙәк ярҙамында бәләкәй предприятиелар 500 миллион долларға 800-гә яҡын экспорт контракты төҙөнө. Республика етештереүенең 50 меңдән ашыу тауарын 17 халыҡ-ара баҙарҙа һатып алырға мөмкин, – тине Маргарита Болычева.
Башҡортостан Башлығы Хөкүмәттең иҡтисади блогына халыҡ-ара хеҙмәттәшлекте үҫтереү буйынса һөҙөмтәле эше өсөн рәхмәт белдерҙе.
– Күп илдәр беҙгә үҙ-ара эш итеү мөмкинлектәрен сикләһә лә, яңы уҙаҡташтар табабыҙ. Был сауҙа әйләнеше үҫешендә лә сағыла. Шулай уҡ тышҡы иҡтисади эшмәкәрлегебеҙ инфраструктураһының яңы элементтарын булдырабыҙ. Был - эштең бик мөһим өлөшө, – тине Радий Хәбиров.
Республиканы халыҡ-ара баҙарҙа танытыуға ҙур өлөш индергәне өсөн төбәк Башлығы республиканың Экспортҡа ярҙам үҙәге директоры Илдус Хәлитовҡа һәм Рәсәйҙең Беларусь Республикаһындағы Сауҙа вәкиллеге ҡарамағындағы Башҡортостан вәкиле Константин Климинға рәхмәт ҡағыҙҙары тапшырҙы.
Әйтергә кәрәк, был халыҡ-ара экспортты үҫтереүгә йүнәлтелгән саралар Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы ҡабул ителгән “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проектын (национальный проект “Международная кооперация и экспорт”) ғәмәлгә ашырырға булышлыҡ итә.
Фото: glavarb.ru/rus/press_serv/novosti
#ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан