Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
1 Март 2023, 10:20

Төплө белемгә эйә булғың килһә, үҙебеҙҙә уҡы!

Өфө фән һәм технология университетының Стәрлетамаҡ филиалы буласаҡ сығарылыш уҡыусыларына һөнәри йүнәлеш биреү, һөнәри үҙбилдәләнештә ярҙам итеү, һөнәр һайлау маҡсатында 10-ған юғары уҡыу йорттары вәкилдәре менән осрашыу үткәрҙе.

Төплө белемгә эйә булғың килһә, үҙебеҙҙә уҡы!
Төплө белемгә эйә булғың килһә, үҙебеҙҙә уҡы!

Тәүҙә уҡыусылар төрлө оҫталыҡ дәрестәрендә ҡатнашты, Башҡортостан Республикаһының юғары уҡыу йорттары күргәҙмәләрен һәм презентацияларын ҡараны. Өфө фән һәм технологиялар университеты, Өфө фән һәм технологиялар университетының Стәрлетамаҡ филиалы, Өфө дәүләт нефть техник университеты, Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты, Башҡорт дәүләт аграр университеты, Башҡорт дәүләт медицина университеты, Башҡортостан Республикаһы Башлығы ҡарамағындағы Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһы, Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты, Рәсәй Эске эштәр министрлығының Өфө юридик институты, Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте ҡарамағындағы Финанс университетының күргәҙмәләрендә уҡыусылар әүҙем ҡатнашты.

Сараның рәсми өлөшөн Стәрлетамаҡ ҡалаһы ҡала округы хакимиәтенең эштәр идарасыһы Зәлиә Фәнис ҡыҙы Баринова һәм Өфө фән һәм технологиялар университетының Стәрлетатамаҡ филиалы директоры, филология фәндәре докторы, профессор Игорь Анатольевич Сыров асты.

- Һеҙҙе ҡала хакимиәте башлығы Рөстәм Ғәзизов исеменән сәләмләүемә бик шатмын. Бына Стәрлетамаҡ йәнә республиканың иң алдынғы юғары уҡыу йорттары һәм буласаҡ сығарылыш класс уҡыусыларын бер урынға йыйҙы. Нәҡ ошонда һеҙ, буласаҡ абитуриенттар, үҙегеҙгә кәрәкле мәғлүмәт, киләсәккә һөнәри йүнәлеш һайлай аласаҡһығыҙ,- тине үҙенең сығышында Зәлиә Фәнис ҡыҙы.

- Беренсенән, һеҙҙең ошо сараға килеүегеҙгә һөйөнһәм, икенсенән, Өфө фән һәм технологиялар университетының Стәрлетамаҡ филиалы менән яҡындан таныша алыуығыҙ минең өсөн ҙур ҡыуаныс. Ул республиканың иң ҙур филиалы, беҙҙә 9 меңгә яҡын студент белем ала. Бында йөҙләгән белем биреү программаһы, 8 факультет һәм колледж, филиалдағы ҙур матди база бөтә йүнәлештәр буйынса буласаҡ белгестәр булараҡ ҡына түгел, үҙеңдең мөмкинлектәреңде күрһәтергә лә ярҙам итә.Бынан тыш, беҙҙең филиалда бюджет урындарының күп булыуын да билдәләп үтмәйенсә булмай. Бөгөнгө көндә 732 бюджет урындары бар. Үҙебеҙгә уҡырға саҡырып, шуны әйтәһем килә, Өфө фән һәм технологиялар университетының Стәрлетамаҡ филиалындағы бөтә йүнәлештәр ҙә аккредитланған, тимәк, һеҙ дәүләт өлгөһөндәге дипломдар аласаҡһығыҙ,- тип сәләмләне килгән ҡунаҡтарҙы Игорь Анатольевич.

Юғары уҡыу йорттарының презентацияһы модераторы булып Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтының уҡытыу һәм тәрбиә эштәре буйынса проректоры Алһыу Афған ҡыҙы Хәсбиуллина сығыш яһаны.

Буласаҡ абитуриенттар менән осрашыуҙар йылы һәм ышаныслы атмосферала уҙҙы. Юғары уҡыу йорттарынан килгән һәр вәкил үҙҙәренең уҡыу йорттары, булған факультеттар, йүнәлештәр, ҡабул итеү ҡағиҙәләре, документтарҙы тапшырыу ваҡыты тураһында ентекләп һөйләнеләр. Уларҙың сығыштары презентациялар һәм видеороликтар менән оҙатылып барҙы.

Осрашыу аҙағында буласаҡ абитуриенттар үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарына яуап алды.
Әлбиттә, был сара буласаҡ абитуриенттарҙы уҡыу йорттарына йәлеп итергә, шулай уҡ мәктәп уҡыусыларына аңлы рәүештә һөнәр һайларға мөмкинселек биреп кенә ҡалмай,шул уҡ ваҡытта уҡыусыларҙы сит тарафҡа ебәрмәйенсә, үҙебеҙҙең республикала урынлашҡан юғары уҡыу йорттарында ҡалдырыуҙы күҙ уңында тотто.Сөнки, үҙебеҙҙең Башҡортостандағы уҡыу йорттары сит тарафтарҙағынан, Мәскәү, Санкт-Петербург, Ҡазан һәм башҡа ҡалаларҙа урынлашҡан уҡыу йорттарынан һис кенә лә ҡалышмай, кимәле лә юғары һәм төплө белем дә бирә улар.

Динара ИСХАҠОВА фотолары.

#ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан  

Төплө белемгә эйә булғың килһә, үҙебеҙҙә уҡы!
Төплө белемгә эйә булғың килһә, үҙебеҙҙә уҡы!
Автор:Рәмил МАНСУРОВ
Читайте нас: