Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
15 Март 2023, 11:30

“Эште йәй башында тамамлаясаҡбыҙ”

Быйыл Башҡортостанда 75 яңы фельдшер-акушерлыҡ пункты файҙаланыуға тапшырыласаҡ.  Ә Языков ауылында эш башланды ла инде.

“Эште йәй башында тамамлаясаҡбыҙ”
“Эште йәй башында тамамлаясаҡбыҙ”

Благовещен районында, “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының (национальный проект "Здравоохранение") “Тәүге звеноны яңыртыу” программаһына ярашлы, яңы модулле фельдшер-акушерлыҡ пунктын ҡороуға тотондолар. Яңы ФАПта 170 кеше хеҙмәтләндереләсәк.

Төҙөлөш быйыл февраль айында башланған. Ул тулыһынса  ҡорамалдар һәм дарыуҙар менән тәьмин ителәсәк. Өҫтәүенә медицина пунктының биләмәһен төҙөкләндереү ҡаралған. Языков фельдшер-акушерлыҡ пунктын асыу йәй башында планлаштырыла.

– Беҙ көн һайын ауыл халҡына медицина ярҙамы сифатын яҡшыртыу буйынса ҙур эш башҡарабыҙ. Алда бурыстар күп, һәр кем үҙе йәшәгән урында тейешле медицина ярҙамынан файҙаланһын өсөн тырышасаҡбыҙ, – ти Благовещен районы дауаханаһының баш табибы Жанна Карунас.

Быйыл Башҡортостанда 75 яңы фельдшер-акушерлыҡ пункты файҙаланыуға тапшырыласаҡ.  

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы, 2024 йылға ил үҫешенең төп маҡсаттарына өлгәшергә кәрәк. Шуларҙың араһында халыҡ һанын арттырыу, граждандарҙың тормош сифатын яҡшыртыу, иҡтисадҡа һәм социаль өлкәгә һанлы технологияларҙы индереү мөһим бурыстар булып тора. ”Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының төп маҡсаты – хеҙмәткә һәләтле йәштәге халыҡтың үлем күрһәткестәрен, ҡан әйләнеше сирҙәренән, яман шештәрҙән үлем осраҡтарын кәметеү, инновациялы медицина технологияларын индереү, шул иҫәптән пациенттар сәләмәтлеген иртә диагностикалау һәм дистанцияла мониторинг үткәреү алымдарын ҡулланыу.

Һаулыҡ һаҡлауҙың тәүге звеноһын яңыртыу программаһы маҡсаты – сифатлы һәм һәр кем файҙаланырлыҡ медицина ярҙамы күрһәтеү, шул иҫәптән төпкөлдә, бәләкәй тораҡтарҙа йәшәгән  халыҡ өсөн.

 Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.

Автор: Дина Арсланова
Читайте нас