Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
19 Март 2023, 11:50

Хәүефһеҙлек өсөн бик файҙалы дәрестәр

Дәрес “Йәйәүлеләрҙең хәүефһеҙлек ҡағиҙәләре”, “Урманда үҙаллы йөрөгәндә үҙеңде хәүефһеҙ тотоу ҡағиҙәләре” виртуаль ысынбарлыҡтың шлемын ҡулланып, “Үҫеш нөктәһе” мәктәп үҙәгендә үтте.

Хәүефһеҙлек өсөн бик файҙалы дәрестәр
Хәүефһеҙлек өсөн бик файҙалы дәрестәр

Башҡортостандың Краснокама районы Николо-Берёзовка ауылы мәктәбендә “Моделирование” темаһына дәрес үтте. Информатика уҡытыусыһы Ләйсән Мәрҙәнова һәм тормош хәүефһеҙлеге нигеҙҙәре уҡытыусыһы Венер Сибәғәтов 9-сы класс уҡыусылары өсөн “Мәғариф” милли проекты маҡсаттарына ярашлы интерактив һәм практик дәрес үткәрҙе. Дәрес “Йәйәүлеләрҙең хәүефһеҙлек ҡағиҙәләре”, “Урманда үҙаллы йөрөгәндә үҙеңде хәүефһеҙ тотоу ҡағиҙәләре” виртуаль ысынбарлыҡтың шлемын ҡулланып, “Үҫеш нөктәһе” мәктәп үҙәгендә үтте.

Балалар “Мәктәптә янғын” һәм “Көнкүрештә янғын” хәлдәрендә эшләү алгоритмын төҙөгән һәм уны интерактив виртуаль модель өҫтөндә эшкәрткән. Виртуаль ысынбарлыҡ VR-хәүефһеҙлек комплексы сценарийҙары мәктәптең виртуаль һәм өҫтәмә ысынбарлыҡ өсөн белем биреү ҡарарҙарын һынау Бөтә Рәсәй программаһында ҡатнашыуы һөҙөмтәһендә файҙаланыла. Сценарийҙар ысынбарлыҡҡа яҡын шарттарҙа штаттан тыш хәлдәрҙә үҙеңде дөрөҫ тоторға өйрәнеү өсөн булдырылған.

“Был – виртуаль ысынбарлыҡта уйын сценарийҙары, унда балалар хәүефле осраҡтарҙа дөрөҫ эш итергә өйрәнә”, – тине йәшәү эшмәкәрлеге хәүефһеҙлеге нигеҙҙәре уҡытыусыһы-ойоштороусыһы Венер Сибәғәтов.

Бөгөнгө көндә виртуаль һәм өҫтәмә мәғлүмәт технологияларын ҡулланыу мәғариф өлкәһендә һөҙөмтәле һәм инновацион технологияларҙың береһе булып тора. Виртуаль ысынбарлыҡ - ул өс үлсәмле уратып алыу эффектын булдырыу өсөн компьютерҙарҙы файҙаланыуҙың яңы концепцияһы, унда ҡулланыусы интерактив тәртиптә виртуаль объекттар менән үҙ-ара эш итә һәм шуның менән бергә өс үлсәмле булыуын ныҡлы тойомлай. Бындай эффекттар кеше аңында сағылыш таба һәм уны ысынбарлыҡҡа мөмкин тиклем яҡыныраҡ тойоу мөмкинлеге бирә.

Билдәле булыуынса, “Мәғариф” (национальный проект “Образование") милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды.

 #ВладимирПутин #национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Фото: Краснокама районы хакимиәте. 

Автор: Альфия Мингалиева
Читайте нас