

Баш ҡаланың "Торатау" конгресс-холында “Рәсәй эше. Мөмкинлектәр заманы” вакансиялар йәрминкәһе үтте.
Башҡортостандың 260-тан ашыу эш биреүсеһе Бөтә Рәсәй эшкә урынлаштырыу йәрминкәһенең төбәк этабында 6 меңгә яҡын вакансия тәҡдим итте. Уның ғәҙәти вакансиялар йәрминкәһенән төп айырмаһы – карьера төҙөү мөмкинлеге. Шуға күрә сараға эш эҙләүселәр генә түгел, шулай уҡ буласаҡ һөнәрен әле генә билдәләгән юғары класс уҡыусылары, үҙҙәренә киләсәк эш урынын һайлаған юғары һәм урта махсус уҡыу йорттарын тамамлаусылар, шулай уҡ үҙ карьераһын артабан төҙөргә йәки эшмәкәрлек өлкәһен үҙгәртергә теләүселәр ҙә килгән ине.
Сарала белем биреү ойошмалары - урта махсус уҡыу йорттары һәм юғары уҡыу йорттары өсөн айырым, эш биреүселәргә айырым биләмә ойошторолғдо. Был уҡыусылар өсөн дә, ата-әсәләр өсөн дә һөнәргә эске яҡтан ҡарау өсөн яҡшы мөмкинлек бирҙе. Теләге булған һәр кем махсус техника менән танышыу, эш тренажерҙарын үҙләштереү, һөнәр вәкилдәренә ҡыҙыҡһындырған һорауҙар биреү, республиканың алдынғы предприятиеларының ниндәй белгестәргә мохтажлығын һәм уларға ниндәй эш хаҡы тәҡдим итергә әҙер булыуын асыҡлай алды.
Был сара тураһында Республикаға идара итеү үҙәге лә киң аңлатыу эштәре алып барҙы. Бөгөн Башҡортостан юлдаш телевидениеһының "Сәләм" тапшырыуы барышындағы тура эфирҙа ла ошо хаҡта һөйләнеләр һәм социаль селтәрҙә яҙма менән уртаҡлаштылар.
"Эш кәрәкме? Әллә командаға аҡыллы хеҙмәткәрме? 14 апрелдә Башҡортостандың һәр ҡалаһында һәм районында Бөтә Рәсәй эшкә урынлашыу йәрминкәһе үтә. Унда буласаҡ һөнәр ҡарарға йәки эш һайларға мөмкин.
Эшкә урынлаштырыу йәрминкәһе тураһында тулыраҡ мәғлүмәт менән Башҡортостан юлдаш телевидениеһының «Сәләм»тапшырыуынына сыҡҡан тура эфирҙа Республика халыҡ мәшғүллеге үҙәгенең хеҙмәт баҙарын анализлау бүлеге начальнигы урынбаҫары Айгөл Сабирова таныштыра.
Тағы ла сарала өлкән синыф уҡыусыларын, юғары һәм урта махсус уҡыу йорттарын тамамлаусыларҙы көтәләр. Унда ҡатнашыусылар өсөн вакансиялар йәрминкәһе, белем биреү зоналары, һөнәри һынауҙар, оҫталыҡ дәрестәре, квестар һәм трансформация уйындары эшләйәсәк", - тип хәбәр иттеләр Республикаға идара итеү үҙәгенән.
"Демография" милли проекты сиктәрендә бөтә ил буйынса Мәшғүллек хеҙмәтен модернизациялау буйынса проект тормошҡа ашырыла, улар хәҙер яңы форматта эшләй. Был йәрминкә лә ошо проектта билдәләнгән бурыс һәм маҡсаттарға ярашлы ойошторолдо. Билдәле булыуынса, “Демография” (национальный проект “Демография”) милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды.
Автор фотолары.