Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
22 Май 2023, 12:20

“Ҡурай” паркын августа асалар

Әле бөтә эш график буйынса бара.

“Ҡурай” паркын августа асалар
“Ҡурай” паркын августа асалар

Башҡортостандың Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, Әбйәлил районының Асҡар ауылында Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектының (национальный проект “Жилье и городская среда”) “Уңайлы ҡала мөхите булдырыу” федераль проектына ярашлы, “Ҡурай” паркын төҙөкләндереү дауам итә.

Эш тамамланғас, йәмәғәт биләмәһендә мәҙәни саралар үткәреү өсөн яңы ҙур сәхнә һәм балалар майҙансығы барлыҡҡа киләсәк. Паркты август айында сафҡа индереү күҙаллана.

– Район халҡының “Уңайлы ҡала мөхите булдырыу” федераль проектында әүҙем ҡатнашыуы һөҙөмтәһендә ауылдарыбыҙ күҙгә күренеп күркәмләнә. Әбйәлилдәр ниндәй объекттарҙың уңайлыраҡ, матурыраҡ, хәүефһеҙерәк буласағын үҙҙәре һайлай. Төҙөкләндереү буйынса бөтә ғәмәлдәр сифатлы һәм ваҡытында башҡарылырға тейеш, – тине Әбйәлил районы хакимиәте башлығының төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ буйынса урынбаҫары Фуат Мәхийәнов.

#ВладимирПутин #национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Фото: contenta.info

Сығанаҡ: https://contenta.info/press_releases/474535#scroll

Автор: Лилия Давлетбакова
Читайте нас