Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
20 Апрель , 07:30

Һаҡсыл производствоға иғтибар арта

Был хеҙмәт етештереүсәнлегенә ыңғай йоғонто яһай.  

Һаҡсыл производствоға иғтибар арта
Һаҡсыл производствоға иғтибар арта

“Хеҙмәт етештереүсәнлеге” милли проектында (национальный проект “Производительность труда”) тағы ла ике компания ҡатнаша. Уларҙы производствоны оптималләштереүгә өйрәтәсәктәр. Был турала республиканың Иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министрлығы хәбәр итә.

 - Компанияның проекты арҡаһында эске ресурстарҙы һөҙөмтәлерәк ҡулланырға, продукцияның күсеүен оптималләштерергә өйрәнәсәктәр. Бөгөнгө көндә проектта 174 республика предприятиеһы ҡатнаша, - тине төбәктең иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов.  

Килешеүгә ҡул һыу менән тәьмин итеү, һыу әҙерләү һәм таҙартыу системаһы буйынса комплекслы ҡарарҙар тәҡдим иткән «Промнасосинжиниринг» предприятиеһы һәм «Ин Лайтинг» яҡтылыҡ техникаһы компанияһы менән ҡуйылған. Төбәктең компетенциялар үҙәге эксперттары ике предприятие хеҙмәткәрҙәренә лә хеҙмәт процестарын оптималләштерергә ярҙам итә.  

 ”Хеҙмәт етештереүсәнлеге” милли проекты илдә хеҙмәт етештереүсәнлегенең йыллыҡ үҫешен биш процентҡа арттырыу өсөн шарттар тыуҙырыуҙы маҡсат итеп ҡуя. Бизнесҡа саралар комплексы ла булдырылған, шул иҫәптән финанс яҡтан дәртләндереү, эксперттарҙың консультациялары. Милли проекттар 2019 йылдан Рәсәй Президенты Владимир Путиндың ҡарары менән тормошҡа ашырыла.

Фото: “Республика Башкортостан” гәзите сайтынан.

 

Автор:Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас: