Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
20 Апрель , 09:30

Производствоның яңы алымдарын өйрәнәләр

Был саралар эш һөҙөмтәһенә лә булышлыҡ итә.  

Производствоның яңы алымдарын өйрәнәләр
Производствоның яңы алымдарын өйрәнәләр

Башҡортостандың 14 предприятиеһы етәксеһе производствоны камиллаштырыуҙың яңы алымдарын үҙләштерә. Был саралар “Хеҙмәт етештереүсәнлеге” милли проектының (национальный проект “Производительность труда”) “Етештереүсәнлек лидерҙары” идара итеү кадрҙарын әҙерләү программаһы буйынса башҡарыла. Шулай уҡ тағы ла ике төркөм өсөн уҡыуҙар үкәрелә, тип хәбәр итә республиканың Иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министрлығы.

 - “Етештереүсәнлек лидерҙары” программаһы эксперттары биш йылдан ашыу Рәсәй етәкселәренең квалификацияһын күтәреү менән шөғөлләнә. Уҡыуҙы Башҡортостан предприятиеларының юғары звеноһынан 273 идара итеүсе үткән. Ағымдағы йылда тәүге ике белем биреү төркөмөндә республика предприятиеларынан 14 етәксе белем ала. ”Хеҙмәт етештереүсәнлеге” милли проектында ҡатнашыусылар өсөн өсөн уҡытыу бушлай, - тип һөйләне Башҡортостан Хөкүмәтенең Премьер-министры урынбаҫары - иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов.

Ҡатнашыусылар алты ай дауамында производство һәм логистиканы камиллаштырыуҙың, маркетинг һәм һатыуҙың, персонал менән идара итеүҙең яңы алымдарын өйрәнә. Белемгә комплекслы мөнәсәбәт эшмәкәрлектең һөҙөмтәһен арттыра.

“Хеҙмәт етештереүсәнлеге” милли проекты илдә хеҙмәт етештереүсәнлегенең йыллыҡ үҫешен биш процентҡа арттырыу өсөн шартар тыуҙырыуҙы маҡсат итеп ҡуя. Бизнесҡа ярҙамға саралар комплексы булдырылған, шул иҫәптән финанс яҡтан дәртләндереү һәм эксперттар консультациялары. Милли проекттар 2019 йылдан алып Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡарары буйынса тормошҡа ашырыла.

 Фото: Башҡортостан Хөкүмәте сайты.

 

 

 

Автор:Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас: