Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
26 Апрель , 11:30

Ял итеүгә шарттар булдырыла

Әбйәлил районында “Экстрим” ял итеү базаһында ике заманса модулле йорт барлыҡҡа килде

Ял итеүгә шарттар булдырыла
Ял итеүгә шарттар булдырыла

Улар “Туризм һәм ҡунаҡсыллыҡ индустрияһы” милли проектына ярашлы төҙөлгән. Тиҙҙән тағы ике өй ҡулланыуға тапшырыласаҡ, тип хәбәр итә төбәктең Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығы.

“Дәүләт ярҙамы менән беҙҙең „Экстрим“ туристик базаһында 2023 йылда - ике, 2024 йылда тағы ла ике глэмпинг барлыҡҡа килде. Модулле капиталь булмаған йорттар ҡыҫҡа ваҡыт эсендә төҙөлдө. Уларҙа ҡунаҡтарҙы йыл әйләнәһенә урынлаштыра алабыҙ. Был беҙгә сығымдарҙы тиҙерәк ҡапларға мөмкинлек бирәсәк. Әүҙем ял итеү формаларына – квадроциклдарҙа һәм ҡаргиҙәрҙәрҙә йөрөү, аттракциондар һәм башҡаларға һорау күп булған кеүек модулле йорттарға ла ихтыяж булыр, тип ышанам”, – тине глэмпинг хужаһы Лидар Әхтәмов.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, 2023 йылда Башҡортостанда 35 модулле капиталь булмаған урынлаштырыу сараһында бөтәһе 37 номер файҙаланыуға тапшырылған, ә быйыл иһә тағы 557 номер асырға планлаштыралар.

Билдәле булыуынса, "Туризм һәм ҡунаҡсыллыҡ индустрияһы" (национальный проект “Туризм и индустрия гостеприимства”) милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды.

 

Фото: pravitelstvorb.ru

Автор:Гүзәлиә Зәйнуллина
Читайте нас: