Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
10 Октябрь , 07:30

Был ҡорамалға ихтыяж ҙур

Бындай диагностика төрө патологик үҙгәрештәрҙе иртә стадияла асыҡларға, дөрөҫ диагноз ҡуйырға һәм дауалауҙы ваҡытында  башларға мөмкинлек бирә.

Был ҡорамалға ихтыяж ҙур
Был ҡорамалға ихтыяж ҙур

“Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының тәүге звеноны яңыртыу программаһына ярашлы, Ауырғазы районының Талбазы дауаханаһына ҡиммәтле заманса компьютер томографы алынды.

Яңы аппаратҡа ихтыяж бик ҙур, сөнки бындай диагностика төрө патологик үҙгәрештәрҙе иртә стадияла асыҡларға, дөрөҫ диагноз ҡуйырға һәм дауалауҙы башларға мөмкинлек бирә.

Хәҙер Ауырғазы районы халҡы йәшәгән еренә яҡын ерҙә медицина тикшереүе үтә ала. Ҡорамалды файҙаланыуға индереү менән бергә процедураның хәүефһеҙлеге һәм сифаты артасаҡ. Тикшереү барышында бик түбән кимәлдә нур дозаһы ҡулланыла. Һүрәттәр сифаты ла аныҡ. Аппаратта юғары квалификациялы белгестәр – табип-рентгенолог Әлфиә Әғләмова, рентген-лаборант Әлмира Аллағолова эшләйәсәк.

Дауахананың баш табибы Азат Ҡотоев әйтеүенсә, яңы ҡорамалда тикшереү үтеү сифатлы диагностика үткәреү менән бергә халыҡтың медицина ярҙамынан файҙаланыу мөмкинлеген дә арттырасаҡ.

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы, 2024 йылға ил үҫешенең төп маҡсаттарына өлгәшергә кәрәк. Шуларҙың араһында халыҡ һанын арттырыу, граждандарҙың тормош сифатын яҡшыртыу, иҡтисадҡа һәм социаль өлкәгә һанлы технологиялар индереү мөһим бурыстар булып тора.

”Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының (национальный проект “Здравоохранение) төп маҡсаты – хеҙмәткә һәләтле йәштәге халыҡтың үлем күрһәткестәрен, ҡан әйләнеше сирҙәренән, яман шештәрҙән үлем осраҡтарын кәметеү, инновациялы медицина технологиялары индереү, шул иҫәптән пациенттар сәләмәтлеген иртә диагностикалау һәм дистанцияла мониторинг үткәреү алымдарын ҡулланыу.

Һаулыҡ һаҡлауҙың тәүге звеноһын яңыртыу программаһы маҡсаты – сифатлы һәм һәр кем файҙаланырлыҡ медицина ярҙамы күрһәтеү, шул иҫәптән төпкөлдә, бәләкәй тораҡтарҙа йәшәгән халыҡ өсөн.

Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте.

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас: