

Башҡортостандың Стәрлетамаҡ районында ”Йәшәү өсөн инфраструктура” милли проекты (национальный проект “Инфраструктура для жизни”) сиктәрендә Стәрлетамаҡ — Раевка юлының 5,4 километры ремонтланды, тип хәбәр иттеләр республиканың транспорт министрлығынан.
Рязановка һәм Түбәнге Уҫылы араһындағы участка файҙаланыуға тапшырылған. Юлсылар асфальт-бетон япманы яңырта, билдәләр ҡуя һәм юл ситтәрен нығыта.
— Стәрлетамаҡ-Раевка трассаһы – Стәрлетамаҡ, Әлшәй һәм Стәрлетамаҡ райондары халҡы өсөн мөһим, уларҙа 360 мең самаһы кеше йәшәй. Был юлдан улар Р-240 Өфө — Ырымбур федераль трассаһына сыға ала. Трафик тәүлегенә 16 мең автомобилгә етә, - тип һөйләне Башҡортостан Республикаһының транспорт һәм юл хужалығы министры Любовь Минакова.
2025 йылда Стәрлетамаҡ — Раевка юлының 12,3 саҡрымы ремонтланған. Әлшәй һәм Стәрлетамаҡ райондарында өс участка норматив хәлгә килтерелгән.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: быйылдан РФ Президенты В.В.Путин ҡарары менән яңыртылған милли проекттар тормошҡа ашырыла.
Фото: Транспорт министрлығы.
Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!