Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
17 Март , 13:30

Башҡортостан – Рәсәйҙә икенсе, округта – беренсе

Был хаҡта Башҡортостандың Мәғариф һәм фән министрлығынан хәбәр иттеләр.

Башҡортостан – Рәсәйҙә икенсе, округта – беренсе
Башҡортостан – Рәсәйҙә икенсе, округта – беренсе

Башҡортостандың Йылдам һөнәри әҙерлек үҙәге дөйөм Рәсәй рейтингында икенсе урын яуланы. Рәсәй Мәғариф министрлығының 2025 йылға мониторинг һөҙөмтәһе ошондай. Ә Волга буйы федераль округы төбәктәре араһында Башҡортостан Республикаһы беренсе урынға сыҡты.

Үҙәк – мөһим федераль башланғыстар төбәк операторы. Улар шул иҫәптән “Йәштәр һәм балалар” милли проекты (национальный проект “Молодежь и дети”) бурыстарын тормошҡа ашырыуға ярашлы атҡарыла. Был – һөнәри йүнәлештең “Киләсәккә билет” берҙәм моделе, “Профессионалдар” чемпионат хәрәкәте, “Йыл оҫтаһы” конкурсы, һөнәри уҡыу һәм өҫтәмә белем биреү программалары, шулай уҡ Карьера база үҙәге эшмәкәрлеге. Заманса технологиялар үҫеше – айырым йүнәлеш. Вуз-ара кампус базаһында “Берлога” киберфизик инновациялар оҫтаханаһы асылған. Был хаҡта Башҡортостандың Мәғариф һәм фән министрлығынан хәбәр иттеләр.

Республика колледждар оҫтаханаларын яңырта, мәғарифтың сәнәғәте менән бәйләнеше көсәйә, иҡтисадтың реаль һорауҙары буйынса белгестәр әҙерләнә. Бөгөн Башҡортостандың Йылдам һөнәри әҙерлек үҙәге – республиканың тотош кадрҙар системаһының мөһим элементы. Уның аша берҙәм сылбыр хасил була: уҡыусыларҙың һөнәри йүнәлеше, колледждар студенттарын әҙерләү, белгестәрҙең квалификацияһын күтәреү һәм уҡыу йорттарын тамамлаусыларға эш табыуҙа ярҙам итеү.

Сығанаҡ, фото: БР Мәғариф һәм фән министрлығы.

Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!  

Автор: Айһылыу Низамова
Читайте нас