

Башҡортостан “Экология хәүефһеҙлеге” милли проекты (национальный проект «Экологическое благополучие») буйынса урман фондын янғынға ҡаршы әҙерләү эшен дауам итә, тип хәбәр итә БР Урман хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәте. Миҙгел башынан алып урмансылар 4469 саҡырым минералланған һыҙат эшләгән дә инде.
Йыл дауамында республикала бөтәһе 11 мең километрҙан ашыу ошондай һаҡлау һыҙығын әҙерләү планлаштырылған – был Рәсәйҙең көнбайыштан көнсығышҡа табан биләмәһенең күләме менән сағыштырырлыҡ. Минералланған һыҙат – ул яна торған материалдарҙан таҙартылған ер участкаһы, унда тупраҡ минераль ҡатламға тиклем асыла. Бындай алым уттың аҫтан таралыуына ышаныслы кәртә булып тора һәм урман-янғын һүндереү хеҙмәттәренә янғынды тиҙ арала ауыҙлыҡлау мөмкинлеген бирә.
— Ваҡытында алып ташланған үҫенте ҡатламы яныу урынын өҙөргә, ялҡынды контролдә тоторға мөмкинлек бирә. Беҙҙең төп маҡсат – урманды мөмкин тиклем нығыраҡ һаҡлау һәм уларға яҡын урынлашҡан ауылдарҙың хәүефһеҙлеген тәьмин итеү. Был эштәрҙе башҡарыуға милли проект ярҙамында һатып алынған махсус техниканы әүҙем йәлеп итербеҙ, – тип асыҡлай Башҡортостандың урман хужалығы министры Марат Шәрәфетдинов.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: РФ Президенты В.В. Путин ҡарарына ярашлы, былтырҙан алып яңыртылған милли проекттар тормошҡа ашырыла.
Мәғлүмәт, фото: forest.bashkortostan.ru/presscenter/news/820607/
Беҙҙең гәзиттең МАХ-тағы каналына ҡушылығыҙ: https://max.ru/gazetabashkortostan