Курорттарға ихтыяж күрһәткесе буйынса Башҡортостан – Волга буйы федераль округы төбәктәре араһында иң алдынғыһы, ә Рәсәйҙә бишенсе урынды биләй. Был хаҡта эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры вазифаһын башҡарыусы Зөһрә Гордиенко аҙналыҡ оператив кәңәшмә барышында белдерҙе.
2024 йылдың йәй миҙгеле йомғаҡтары буйынса Башҡортостанға 900 меңләп кеше килгән. Республикаға килгән туристар ағымының 70 проценты күрше төбәктәргә – Силәбе, Свердловск, Ырымбур өлкәләренә, Татарстан, шулай уҡ Ханты-Манси автономиялы округына һәм Мәскәүгә тура килә. Юл йөрөүҙәрҙең күпселеге дүрт-ете көн дауам итә.
«Өфө» халыҡ-ара аэропорты 960 меңдән ашыу пассажирҙы ҡабул иткән.
- Туризм өлкәһендә һан күрһәткестәренең үҫешенә дәүләт яғынан туристик инфраструктураны үҫтереүгә йүнәлтелгән субсидиялау арҡаһында өлгәшелде, - тине министр вазифаһын башҡарыусы. - Ике йыл эсендә «Туризм һәм ҡунаҡсыллыҡ индустрияһы» милли проекты сиктәрендә Башҡортостан 1,8 миллиард һум күләмендә федераль финанслау алды. Беҙ 32 муниципалитетта 89 инвестиция проектына ярҙам иттек. 470-тән ашыу номер фонды берәмеге индерелде, йыл аҙағына тиклем бөтә миҙгелле глэмпингтарҙа тағы 327 номер асабыҙ.
2025 йылға туризм өлкәһендәге түләүле хеҙмәттәр күләмен 2,3 миллиард һумға тиклем арттырырға ниәтләйҙәр. Шулай уҡ киләсәктә «Оло Урал» макробиләмәһе өсөн оҫталыҡ-планын әҙерләүҙе тамамлау һәм унда инвестиция проекттарын ғәмәлгә ашыра башлау планға алынған. Баймаҡ районында «Ирәндек» туристик-рекреацион кластерын асыу, «Янғантау» геопаркында «Мәсетле» геологик музейын һәм «Торатау» геопаркында «Таш-Аҫты» локацияһында визит-үҙәген төҙөү, «Торатау» милли паркында туристик маршрут булдырыу күҙаллана.
Автор фотоһы.