Бөтә яңылыҡтар
Еңеүгә - 80 йыл
7 Февраль , 19:00

“Яратам” тип әйтешмәнек...

Бала саҡтары, йәшлектәре Бөйөк Ватан һуғышы йылдарына тура килгәнлектән, улар икеһе лә ауырлыҡтарға сыҙам, ҡайғыларға бөгөлөп төшмәҫ ныҡлы рухлы, эшсән, ҡатынҡы холоҡло булып буй еткерә. Йәшлектә осрашып, һөйләшеп тә йөрөмәйҙәр, мөхәббәт утында ла янмайҙар.

“Яратам” тип әйтешмәнек...
“Яратам” тип әйтешмәнек...

“Яратам” тип әйтешмәнек...

Бер-береһен аңлап, хәстәрләп, ҡәҙерләп, 70 йыл буйы иңгә-иң терәп ғүмер кисергән парҙар күп түгел. Бындай бейеклек – ир менән ҡатындың, иркен тын алып, йәшәлгән ғүмерҙәрен байҡап, яҙмыштарына рәхмәтле булыуҙарын белдерә торған мәлдер ул.

Бөрйән районының Иҫке Собханғол ауылында ғүмер кисергән Хөснә менән Ғәли Яубаҫаровтар ҙа бөгөн шундай тулҡынландырғыс мәлдәрен кисерә. Уларҙы ҡотларға Бөрйән районы хакимиәте башлығы Рәмил Абдуллин, социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫар Венера Вәлиева, район ЗАГСы бүлеге начальнигы Гөлсәсәк Дауытова, элек үҙҙәре эшләгән урындарҙан вәкилдәр килде.

Бала саҡтары, йәшлектәре Бөйөк Ватан һуғышы йылдарына тура килгәнлектән, улар икеһе лә ауырлыҡтарға сыҙам, ҡайғыларға бөгөлөп төшмәҫ ныҡлы рухлы, эшсән, ҡатынҡы холоҡло булып буй еткерә. Йәшлектә осрашып, һөйләшеп тә йөрөмәйҙәр, мөхәббәт утында ла янмайҙар. Нәби ауылы ҡыҙы Хөснә Мортаза ҡыҙы (1935 йылғы) менән Тимерҙән Ғәли Абдулла улы (1929 йылғы) дим буйынса ҡауыша ла бергә йәшәп ала ла китә. Бына шул ваҡыттан алып 72 йыл ғүмер үтеп тә киткән. Шул сама ваҡыт улар утты-һыуҙы бергә кискән, донъя ауырлыҡтарын, мәшәҡәттәрен, балалар үҫтергәндәге борсолоу-шатлыҡтарҙы бергә күтәргән. Тормош бит, төрлө саҡтар, сетерекле мәлдәр ҙә булғандыр, әммә бер-береһенә ышанысты, хөрмәтте юғалтмағандар.  Әле Хөснә апайға – 90, Ғәли ағайға – 95 йәш.  Хәтерҙәре яҡшы, үҙ-үҙҙәрен ҡарап бер-береһенә таяныс булып йәшәйҙәр.   

Хөснә Мортаза ҡыҙы 40 йылдан ашыу дауаханала санитарка булып эшләй. Уңайлы шарттар юҡ саҡты күҙ алдығыҙға килтерегеҙ: мейескә утын индереп яғыу, көйәнтәләп һыу ташыу, инструменттарҙы хлоркаға һалып, аҙаҡ ҡайнатып алыу – бөтә эш ҡулдан башҡарыла. Операция төндә була икән, иҫәпләшеп тороу юҡ.  Ә Ғәли Абдулла улы райпола эшләй, ат ҡараусы була. Ул ваҡыттарҙа кешегә кәрәк-яраҡты, аҙыҡ-түлекте Стәрленән ат менән ташығандар. “Юлда өсәр көн йөрөп ташлай ине”, тип һөйләй Хөснә апай. Хөкүмәт эшенән тыш, үҙ хужалыҡтары ла була. Ғүмер буйы мал-тыуар көтәләр. Һыйырҙарын бөтөрөүгә бер-ике йыл ғына. Ошоғаса хужабикә һыйырын үҙе һауып, ағын эшкәртеп, тик үҙҙәре етештергәнде генә ашағандар. Бына шулай хеҙмәттә-хәрәкәттә үтә ғүмерҙәре, хатта ауылдан ҡайҙалыр сығып йөрөргә лә ваҡыттары булмай.

Ғаиләлә өс бала үҫә. Әлеге мәлдә ейән-ейәнсәрҙәре бишәү. Бер улдары эргәләрендә йорт күтәргән, ата-әсәһенә ярҙамсы һәм терәк.

“Матур йәшәүегеҙҙең сере нимәлә?” тигән һорауға хужабикә: “Бер-беребеҙгә бер тапҡыр ҙа яратам тип әйткәнебеҙ булманы. Бер көндө таныштырҙылар ҙа икенсе көнөнә бергә тороп алдыҡ та киттек. Бына инде, Аллаға шөкөр, 72 йыл бергәбеҙ. Хәҙерге менән элекке ваҡыттар ныҡ айырыла. Замана йәштәре бер-береһенә булған изге хистәрен бар донъяға асып һала бит, айырылышһалар ҙа бөтәһенә лә яр һалалар. Яҡындарыбыҙ, туғандарыбыҙ менән татыу, ҡатнашып йәшәнек. Утын-бесән мәлендә лә, өй эшләгәндә лә ярҙам иттеләр, әле лә шулай аралашып торабыҙ. Бабай пенсияға 55, мин 90 һум менән сыҡтыҡ. Ул мәлдә был бик ҙур сумма ине. Хәҙер ҙә, шөкөр, бөтә нәмә етә, тормош матур, түлке бына шул һуғыш ҡына бөтһөн, илдәр тыныс торһон – шуға ғына ҡайғырабыҙ. Һуғыштың ни икәнен беләбеҙ бит беҙ.  Бөйөк Ватан һуғышы бөткәнгә шатланһаҡ, атайыбыҙҙың яу ҡырында ятып ҡалыуына иланыҡ. Сталин үлгәндә тағы бер иланыҡ бөтә ауыл менән. Ил ни күрһә, беҙ ҙә шуны күрҙек инде”, тип һөйләне Хөснә апай, хәтирәләрен яңыртып.   

Уларҙың изге теләктәренә беҙ ҙә ҡушылабыҙ, ә инде үҙҙәренә ныҡлы һаулыҡ, балалары, яҡындарының игелектәрен күреп, уларҙың хәстәрлек-иғтибарында тыныс күңел менән йәшәүҙәрен теләйбеҙ.

Автор: Гөлсәсәк Дауытова, Бөрйән районы, Иҫке Собханғол ауылы.

 

 

Автор:Аклима Гизатуллина
Читайте нас: