Башҡортостандың Алтын китабына индерелгән, халыҡ-ара конкурстар лауреаты, 13 йәшендә Швейцарияла үткәрелгән донъя кубогында еңеү яулаған музыкант Айнур Фәтихов исемендәге Баянсылар һәм аккордеонсылар асыҡ конкурсы ойошторола.
– Ҡәҙерле дуҫтар, ғаризаларығыҙҙы көтәбеҙ. Конкурс сараһына әҙерлек әүҙем бара. Бик аҙ ваҡыт ҡалды, – тип белдерҙе Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы артисы, Башҡортостандың халыҡ артисы Хәлит Фәтихов.
Мәғлүм булыуынса, конкурс 15 мартта Илеш районынын Үрге Йәркәй ауылында үтәсәк.
Фото: Хәлит Фәтиховтың архивынан.