Ғалимдар һөйәктәр муртланыуының төп сәбәбен асыҡланы, тимәк, был процесты тотҡарлау әмәле лә бар тигән һүҙ. Ҡанда эстроген кимәле түбәнәйеүе һөйәк туҡымаһы үҫешен тотҡарлай, һөйәк муртҡа әүерелә, тормош сифаты насарлана, сәләмәтлек ҡаҡшай. АҠШ эксперттары организмдағы химик реакциялар сылбырын күҙәткәндә уға тәьҫир итеп була, тип иҫәпләй. Тимәк, мейеләге эстроген рецепторҙарына тәьҫир иткәндә, һөйәктәрҙең һыныусанлығын туҡтатырға мөмкин. Был юҫыҡта үткәрелгән тәжрибәләр шуны раҫлай, тимәк, тәрән ҡартлыҡҡа ҡәҙәр физик әүҙемлекте һәм хәрәкәтсәнлекте һаҡлауға ҙур өмөт бар.