“Роспотребнадзор”ҙың Башҡортостан буйынса идаралығы хәбәр итеүенсә, талпандар ҡаҙалыу осраҡтары буйынса медицина ойошмаларына халыҡтың мөрәжәғәттәренә аҙна һайын мониторинг үткәрелә. Шулай уҡ инфекцияларҙы иҫкәртеүгә йүнәлтелгән һәм эпидемияға ҡаршы саралар тикшерелә.
Талпандар бәләкәй генә булһа ла, сәләмәтлеккә ҙур зыян килтереүе мөмкин. Тәнгә ҡаҙалған бөжәк кешене энцефалит менән зарарлауы, боррелиоз, эрпихиоз, анаплазмоз һәм башҡа йоғошло сирҙәргә юлыҡтырыуы ихтимал. Беҙҙең республиканың вируслы энцефалит сире буйынса эндемик биләмә булыуын да иҫтә тоторға кәрәк.
Йыл да эпидемия миҙгелендә медицина ойошмаларына талпан ҡаҙалған 10 меңдән 20 меңгә тиклем кеше мөрәжәғәт итә. Былтыр ун төбәктә вируслы энцефалитҡа дусар булған 25 кеше асыҡланды (элгәрге йылдағынан өс осраҡҡа күберәк). Төп иҫкәртеү сараһы – вакцинациялау. Йыл һайын талпан энцефалитына ҡаршы прививканы профессиональ хәүеф төркөмөнә ингән 30 меңдән ашыу кеше ала. Вакцинацияны ҡышҡыһын йәки иртә яҙ менән яһатыу яҡшы, бөжәктәр әүҙемләшә башлағансы организмда иммунитет барлыҡҡа килә. Беренсе һәм икенсе прививка араһындағы ваҡыт арауығы бер айҙан ете айға тиклем булырға тейеш (иң яҡшыһы – 5-7 ай). Өсөнсө прививканы тәүгеһенән бер йыл үткәс кенә эшләйәсәктәр. Ревакцинация һәр өс йыл һайын яһала.
Былтыр вакцина һатып алыуға республика бюджетынан 14,9 миллион һум бүленде (иммуноглобулинға – 5,1 миллион һум). Ҡаҙалған талпандарҙың зарарлы йәки зарарһыҙ булыуын асыҡлау өсөн Гигиена һәм эпидемиология үҙәге һәм уның дүрт филиалы лабораторияларына мөрәжәғәт итергә кәрәк.