Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәт булайыҡ
12 Апрель 2019, 18:42

Шашлыҡ ашаһаң, белеп ҡап...

Көндәр йылынды, кәйеф күтәрелде, шашлыҡ ҡурып ашарға ваҡыт етте... Күптәр тап шулай уйлай, эйеме? Бәғзеләр: “Тәбиғи аҙыҡ, тәмле лә, сәләмәтлеккә лә зыяны юҡ”, – тип ебәрә. Әммә ғалимдар саң ҡаға: ҡурылған шашлыҡ ашау тәмәке тартыу менән берҙәй зыянлы, онкология сиренә килтереүе ихтимал.

Көндәр йылынды, кәйеф күтәрелде, шашлыҡ ҡурып ашарға ваҡыт етте... Күптәр тап шулай уйлай, эйеме? Бәғзеләр: “Тәбиғи аҙыҡ, тәмле лә, сәләмәтлеккә лә зыяны юҡ”, – тип ебәрә. Әммә ғалимдар саң ҡаға: ҡурылған шашлыҡ ашау тәмәке тартыу менән берҙәй зыянлы, онкология сиренә килтереүе ихтимал.
Ҡытай һәм Британия ғалим­дары асыҡлауынса, асыҡ утта аҙыҡ әҙерләү ҙә зыянлы, төтөн еҫкәп тороу пневмония, астма һәм башҡа үпкә сирҙәре менән сирләү ихтималлығын 40–60 процентҡа арттыра.
Белгестәр бер нисә йыл рәттән 300 мең самаһы ҡытайҙың сәлә­мәтлеген күҙәткән. Уларҙың яртыһы ваҡыты-ваҡыты менән даими рәүештә ашарға бешереү, йылыныу өсөн күмер йәки утын яҡҡан. Тәжрибә башында улар­ҙың береһенең дә тәмәке тарт­мағаны һәм хроник үпкә сирҙәре менән сирләмәгәне билдәләнгән. Туғыҙ йыл үткәндән һуң, 20 меңдән ашыу күҙәтелеүсе яман шештән һәм ауыр үпкә сирҙә­ренән үлгән йәки насар диагноз менән дауаханаға эләккән. Тимәк, асыҡ утты көнкүреш маҡсатында ҡулланған кешеләр, газ, электр плитәләре йә иһә үҙәкләш­терелгән йылытыу системаһы ҡулланғандарҙан айырмалы рәүештә, үпкә сирҙәренән 54 процентҡа күберәк яфалана.
Ҡытай ғалимдары фекеренсә, усаҡ төтөнөн аҙ ғына һулау ҙа организмдағы канцерогендар миҡдарын арттыра, үпкәнән тыш, тирегә лә зыян килтерә. Шулай ҙа зарарлы матдәләрҙең күп өлөшө организмға аҙыҡ менән эләгә, улар ҡурылған һәм ыҫлан­ған аҙыҡта бигерәк тә күп. Ғалимдар ошо ризыҡтарҙың онкология сирҙәренә килтереү ихтималлығын раҫлаған.
Португалия һәм Испания ғалимдары иһә, асыҡ утта ҡыҙҙырылған шашлыҡтың зарарын маринадтарҙың ҡайһы бер төрө түбәнәйтә, тип белдерә. Ошо иҫәпкә һыра, шарап, сәйгә нигеҙләнеп яһалған маринадтар инә, улар шешлектең канцероген сифаттарын кәметә.