Медицина тикшереүҙәре дауам итәсәк, даими уҙғарыласаҡ, тип белдерҙе социаль селтәрҙә Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров.
“Тотош республика буйынса биш автопоезд ебәрелде, улар барлыҡ райондарҙа 10 октябргә тиклем буласаҡ. Акцияла күсмә Һаулыҡ үҙәктәре һәм фельдшер-акушерлыҡ пункттары, Республика клиник дауаханаһының, Республика кардиология үҙәгенең, күсмә флюорографтары һәм маммографтары, диагностика үҙәктәре, Республика стоматология поликлиникаһы модуле ҡатнаша. Бындай медицина тикшереүҙәре даими уҙғарыласаҡ, сөнки райондар халҡының күбеһе ҡалаларға һирәк сыға, уларға квалификациялы белгескә күренеү мөмкинлеге тыуҙырылырға тейеш”, – тип яҙҙы Радий Хәбиров.