Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәт булайыҡ
3 Май 2019, 23:27

Аденоидтар өлгәшкә лә ҡамасаулай

…Балағыҙҙың ауыҙы һәр саҡ ярым асыҡ. Йоҡлағанда ла ауыҙын япмай, мышнай, хырылдай, бик йыш уяна. Иртән башы ауыртып, арыған ҡиәфәт менән тора… Әгәр шулай икән, тәжрибәле табип баланың үҙ-үҙен тотошона ҡарап та унда аденоидтар барлығын билдәләй ала.

…Балағыҙҙың ауыҙы һәр саҡ ярым асыҡ. Йоҡлағанда ла ауыҙын япмай, мышнай, хырылдай, бик йыш уяна. Иртән башы ауыртып, арыған ҡиәфәт менән тора… Әгәр шулай икән, тәжрибәле табип баланың үҙ-үҙен тотошона ҡарап та унда аденоидтар барлығын билдәләй ала.


Аденоид туҡымаһы йәки өсөнсө миндалина балаларҙа ғына була. Ул өс-алты айлыҡ сабыйҙарҙа үҫешә һәм ун ике йәштән һуң яйлап бәләкәйләнә бара. 16-20 йәштәрҙә бөтөнләй һиҙелмәй ҙә тиерлек, ә өлкәнерәк йәштә ул юғала. Тәбиғәт уға ниндәй бурыс­тар йөкмәгән икән?


Миндалина – тамаҡ төбөндә йот­ҡолоҡтоң ян-яғында урын­лаш­ҡан лимфоид туҡымалар туп­лан­маһы. Табиптар әйтеүенсә, ул ауы­рыу таратыусы микробтар инеү­ҙән һаҡлай һәм ҡан яһау функ­цияһын үтәй. Әммә бала йо­ғошло сирҙәр менән йыш ауы­рығанда, лимфоид туҡыма­лары­ның шешеүе, өсөнсө миндали­на­ның ҙурайып, танау ҡыуыш­лы­ғы­на юлды ябыуы мөмкин. Шул саҡта бала ауыҙы менән тын ала башлай ҙа инде. Ҙурайып үҫкән миндалина йоғошло сирҙәргә ҡар­шылыҡ булыуҙан туҡтап, кире­һенсә, микробтар “оя”һына әүерелә.


Ангина, бронхит, трахеит сир­ҙә­ре – аденоидтарҙың айырыл­маҫ юлдашы. Баланың ҡолаҡ­тары һыҙлай, йыш тымаулай. Оҙаҡ ваҡыт танау менән тын алыу­ҙың боҙолоуы организмдың кислород менән тәьмин ителеүен тотҡарлай. Баланың хәтере тар­ҡала, иғтибар­һыҙға әйләнә, бил­дәле, мәктәптә өлгәшә алмай, уҡыуға битараф була. Ҡолаҡтың насар ишетә башлауы, хатта эренләүе мөмкин.


Даими рәүештә ауыҙы менән тын алған баланың бит һөйәге дөрөҫ үҫешмәй, тештәр формалашыуы боҙола. Хатта өсөнсө миндалинаның ҙурайыуы һөҙөм­тә­һендә күкрәк ситлегенең, умырт­ҡа бағанаһының үҙгәрештәргә дусар булыуы мөмкин. Әлбиттә, был үҙгәрештәр ҡапыл барлыҡҡа килмәй. Балаға ни тиклем иртәрәк медицина ярҙамы күрһәтелһә, шул тиклем сәләмәтлеге өсөн яҡ­шыраҡ. Сабыйҙың хәленә ҡа­рап, дауа билдәләнә. Бөгөн аде­но­идтарҙан ҡотолоуҙың иң хәүеф­һеҙ һәм ышаныслы юлы – хирургия алымы. Әгәр ҙә балағыҙға опе­рация тәғәйенләгәндәр икән, ваҡытты һуҙырға ярамай, әҙер­ләнергә кәрәк.
Читайте нас: