Рәсәй Хөкүмәте Премьер-министры Дмитрий Медведев 2020 йылдан диспансерлаштырыу ваҡытында онкология ауырыуҙарын асыҡлаған табиптарға премия бирергә ҡушты. Шулай уҡ ошо сарала ҡатнашҡан медицина хеҙмәткәрҙәренә өҫтәмә түләү индерергә, төбәк етәкселәренә халыҡты диспансерлаштырыуға йәлеп итеү юлдарын эҙләргә тәҡдим итте.